Генераль йыйыштырыу

Тулыраҡ: Генераль йыйыштырыу

Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлеге вәкилдәре “Генераль йыйыштырыу” проекты сиктәрендә Иглин ҡасабаһында урынлашҡан законһыҙ сүплектәр буйынса рейд үткәрҙе. Урындағы халыҡ был проекттың интерактив ресурсында яңы 12 сүп өйөмө билдәләгән. Көнкүреш ҡалдыҡтары, буш шешә-тоҡтар һәм башҡалар һәм башҡалар. Көндән-көн үҫкән сүп-сар өйөмдәре Иглинда йәшәүселәрҙе борсоуға һала. Был мәсьәләнең хәл ителеүенә өмөтләнеп, урындағы халыҡ “Генераль йыйыштырыу” проектының картаһында проблемалы участкаларҙы билдәләгән. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының вәкилдәре Иглин районы хакимиәтенә ошо сүплектәрҙе юҡ итеү тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән. Әммә рейд һөҙөмтәһендә мәсьәләнең һаман да хәл ителмәүе асыҡланған. Иглин халҡы ғына түгел, Өфөнән дә йөк машиналары төрлө ҡалдыҡтарҙы бында алып килеп бушата икән. Шуға урындағы коммуналь хеҙмәткәрҙәр нисек кенә тәртип урынлаштырырға тырышмаһын, сүп өйөмдәре яңынан барлыҡҡа килеп тора. Был хәл ҡалдыҡтар буйынса төбәк операторы килеү менән үҙгәрергә тейеш ти, рейд үткәреүселәр. Ә әлегә инде урындағы хакимиәткә ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыуға шарттар тыуҙырыусы “юл картаһын” төҙөргә тәҡдим итә. Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының интерактив картаһында Башҡортостан буйынса 158 законһыҙ сүплек билдәләнгән. Әлегә уларҙың 51-е генә юҡ ителгән.