- Барселонаның үһәгендә урынлашҡан Рамбла урамында әлегә билдәһеҙ кеше кешеләрҙе тапатҡан. 13 кеше һәләк булған, 50 кеше яраланған. Барселона полицияһы был ғәмәлде теракт тип баһалаған. Теракт булған урындан 70 саҡырымда тағы ла бер фургон табылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, террорсылар ул машинала ҡасырға уйлаған.
- Дональд Трамп Ҡытай тарафынан Америка компанияларының интеллектуаль хоҡуҡтарын боҙоуҙы тикшерә башларға ҡушҡан. Рәсми Пекин был белдереүҙе Ҡытайға баҫым яһарға тырышыу тип баһалай һәм Ҡушма Штаттарҙың был аҙамына лайыҡлы яуап ҡайтарырға йыйына.
- Венесуэланың яңы тәғәйенләнгән генераль прокуроры быға тиклем ошо вазифала эшләгән Луис Ортегоны һәм уның ҡатынын коррупцияла ғәйепләй. Элекке генераль прокурор йортонда тентеү үткән. Венесуэлалағы тоталитаризмға ҡаршы көрәшкән өсөн Хөкүмәт беҙҙән үс алырға тырыша тигән, элекке прокурор.
- Португалия ут ҡамауында ҡала. Илдең үҙәк өлөшөндә урманда ике янғын менән 1 мең 200 кеше көрәшә. Португалияла әле ҡоролоҡ. Юғары температура сәбәпле янғындарҙы һүндереү ҡатмарлаша. Әлегә 140 мең гектарҙа урман янған.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре