Күләгә өсөн көрәш

Тулыраҡ: Күләгә өсөн көрәш

Ни өсөн Өфө урамдарында бер кемгә лә ҡамасауламаған, йәш ағастарҙы киҫәләр? Урындағы халыҡҡа был мәсьәләне нисек хәл итергә? Былтыр төшөрөлгән был видеояҙманы Резеда ханым һаман һаҡлай. Уның һүҙҙәре буйынса, торлаҡ идаралығы ҡороған ағас ботаҡтарын бысып ташлар урынға, алма ағасын йәрәхәтләй. Тәҙрә ҡаршыһында үҫеп ултырған ағастың булмауы күп ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, ти фатир хужабикәһе. Асыҡланыуынса, торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре был йорт янындағы ағастың серегән ботаҡтарын бысып ташларға тейеш булған. Әммә ни өсөн улар бер кемгә лә ҡамасауламай үҫеп ултырған ағасҡа тейгән тигән һорауға Резеда ханым полиция хеҙмәткәрҙәре, прокуратураға ғариза яҙып та һаман яуап ала алмай. Ағас мәсьәләһе менән ошо уҡ районда йәшәгән Рөстәм Мөлөкөв та көрәшә. Ярты ай элек кенә был йорт янындағы имен ағастарҙы бысып ташлайҙар. Тиҙҙән ағастар үҫеп ултырған ерҙә машиналар ҡуйыу урыны булдырыуына халыҡ риза түгел. Ә Өфөнөң Бехтерева урамында йәшәүселәр үҙҙәренең хәүефһеҙлеге өсөн ҡурҡа. Сөнки көслө ел сығып электр сымдары аша үҫкән ағас ботаҡтары йығылып, кеше һаулығын зыян килтереүе ихтимал.Ибраһимов бульварында ла ошондай уҡ хәл күҙәтелә. Ер аҫтындағы торбаларҙы алыштырған ваҡытта бер-нисә ағас зыян күреп өлгөрә. Мәҫәлән, ерҙә ошондай киҫәктәргә тап булырға һәм яртылаш ҡалған ағастарҙы осратырға мөмкин. Ағас мәсьәләһе һәр бер райондағы йорт халҡы өсөн асыҡ ҡала. Был һорауҙы уларға үҙҙәренең торлаҡ идаралағы хеҙмәткәрҙәре менән бергә хәл итеү мотлаҡ. Ботаҡтары ҡороған ағастарҙы шунда киҫеп ташларға кәрәк. Әммә халыҡты ни өсөн үҫеп ултырған һәм бер кемгә лә ҡамасауламаған үҫентеләрҙе әрәм итәләр тигән һорау борсой.