Иҫтә ҡалырлыҡ экскурсия

Тулыраҡ: Иҫтә ҡалырлыҡ экскурсия

Рәсәй һауа флоты көнө яҡынлашып килеү айҡанлы «Өфө» халыҡ-ара аэропортында мәктәп уҡыусыларына экскурсия үткәрелде. Балалар самолет менән яҡындан танышты, уларҙың осоп китеүен һәм ергә төшөүен күҙәтте, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Нисек летчик булырға? Был һөнәр ауырмы? Самолет менән идара итеүе ҡыйынмы тигән һорауҙар бер-бер артлы яңғырай. Граждандар авиацияһы менән тормошон бәйләргә хыялланған мәктәп уҡыусылары Рәсәй һауа флоты көнөнә арналған экскурсияла булып ҡайтты. Йөҙҙән ашыу бала тимер ҡош менән яҡындан танышты. Өфө аэропортындағы өс сәғәтлек экскурсия ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә сәйәхәткә әйләнде. Һәр бала таныш булмаған техника менән яҡындан танышырға ашыҡты, төрлө һорауҙар бирҙе. Күптәрҙә летчик булыуы хыялы тағы ла арта төштө. Самолет эсендәге махсус приборҙарҙы тоторға ҡәтғи тыйыла. Ә бына аэропорт эсендә торған ҡорамалға һәр кем тейеп ҡарай алды. Аэропорт хеҙмәткәрҙәрҙе балаларҙы ябай пассажирҙарға инеү тыйылған урындарҙа йөрөтөп, самолеттың эске яғы менән танышҡандан һуң, тышта торған машиналар тураһында һөйләне. Был махсус машиналарҙың һәр береһе айырым бер эш башҡара. Мәҫәлән, берәүһе аккумлятоҙарҙы йөрөтһә, а был аҡ машина пассажирҙарҙың сумкаларын самолетҡа тиклем алып бара. Мәктәп уҡыусыларына яҡындан һауа караптарының осоп китеүен һәм ергә төшөүен ҡарау, уларҙы хеҙмәтләндереү барышын күҙәтеү бәхете тейҙе. Сабыйҙарҙың ата-әсәләре лә фәһемле экскурсиянын ыңғай ҡарашта. Тимер ҡоштарҙы яҡындан күргән малай-ҡыҙҙар йөҙөндә ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо һиҙелде.Күптәр летчик булырға хыялланыуҙары һәм тағы ла ошондай экскурсияға килеү теләген белдерҙе.