Күмертау ҡалаһында урынлашҡа экспозицияла урындағы авиация сәнәғәте предпритяиеһы етештергән вертолеттар урын алған. Уны асыу тантанаһында Республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Төбәк етәксеһе көнъяҡ райондарҙа ураҡ кампанияһы барышы менән дә танышты. Легендар КА-26. Авиатехник Геннадий Дремин был осоусы аппарат тураһында сәғәттәр буйы һөйләй ала. 1977 йылда етештерелә башлаған вертолет 5 тапҡыр донъя рекорды ҡуйған.Хәҙер ул Кумертау авиация сәнәғәте предприятиеһында сыҡҡан башҡа тиҫтәнән ашыу вертолеттар менән бергә авиапаркта экспонат урынын алған. Бында совет осоро авиация өлгөләрен ҡарау ғына түгел, яҡындан танышыу, хатта штурвал артында ултырыу мөмкинлеге бар. Республикалағы тәүге авиапарк передприятиеның 55 йыллығы уңайынан ойошторолған. Юбилейын ул яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылай, сентябрҙә 6 берәмек КА-32 Ҡытайға оҙатыласаҡ, шулай уҡ Тайланд һәм Төркиә менән килешеүҙәр төҙөлгән. Сәнәғәт эмбаргоһына ҡарамаҫтан, Башҡортостан вертолеттары һорау менән ҡулланыла. 4 йыл элек миллиардтарса һум бурысҡа батҡан ойошма республика ярҙамы менән кире аяҡҡа баҫты, хәҙер уны йылдам үҫешеүсе предприятие тип атарға мөмкин.Башҡортостан авиасәнәғәтенә һөйөүҙе предприятие нигеҙендә барлыҡҡа килгән йәштәр инновация үҙәгендә кесе йәштән үк тәрбиәләйҙәр. Яңы үҙәк апрель айында ғына эш башлай. Рөстәм Хәмитов бында балаларҙы ысынлап та ҡыҙыҡһындырырҙай белем бирергә кәрәк, тип кәңәш бирҙе.Эш сәфәре дауамында төбәк башлығы Стәрлетамаҡта булып китте. Бында авария хәлендәге йорттарҙан күсереү мәсьәләһе тикшерелде. Королев урамындағы был 9 ҡатлы йорт төҙөлөшө графиктан ҡалышып башҡарыла. Подрядсылар уны ай аҙағына тапшырырға вәғәҙәләне.Стәрлетамаҡ районында Рөстәм Хәмитов ураҡ кампанияһы барышы менән танышты. Быйыл һауа шарттарының ҡырыҫ булыуға ҡарамаҫтан, аграрийҙар яҡшы уңышҡа өмөт итә. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә уңыш яҡшы, шунлыҡтан хаҡ та түбән. Әле игендең киллограмы 6 һум. Рөстәм Хәмитов ауыл эшсәндәренә шуға ҡарамаҫтан, ҡурҡмай эшләргә, тармаҡ ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ, тип ышандырҙы.
Башҡортостанда асыҡ һауалағы тәүге авиация техникаһы музейы асылды
Тулыраҡ: Башҡортостанда асыҡ һауалағы тәүге авиация техникаһы музейы асылды