Йөрәк ҡапҡастарын хәҙер ауырыуҙың үҙ туҡымаһынан эшләйҙәр. Бүздәк районынан Айҙар Ғимҡаевҡа 54 йәш. Ун көн элек кенә уның йөрәгенә яңы ысул ярҙамында операция яһағандар. Быға тиклем бер нимәгә лә зарланмаған ирҙең йөрәгеендәге сир эш урынынан медицина комиссияһы үткәндән һуң асыҡланған.„Озаки„ — йөрәккә яһаған операциялар төрө. Ул Рәсәйҙә бер-нисә йыл элек кардиологтар араһында киң танылыу яулаһа ла, беҙҙең төбәктә яңы ғына ҡулланыла башланы. Әлбиттә, яңы ысул, элекке алымдарҙан баш тартыу, тигәнде аңлатмай, бар нәмә лә сирленең хәленән, диагнозынан, хирургтың ҡайһы алымға өҫтөнлөк биреүенән сығып эшләнә, ти кардиологтар.Кардиологтар билдәләүенсә, операцияны тыумыштан булған йөрәк кәмселеге, аорта ситлектәренең үҙгәреүе, инфарктан һуңғы аневризм осраҡтарында ла эшләү мөмкин. Йөрәк ҡапҡастарын төрлө юл менән дауаларға мөмкин. Был ағзаларҙы протезға алмаштырыу, операция өҫтәлендә үк йөрәк ҡапҡастарын өлгө ярҙамында яңынан эшләү. Һуңғыһы иң отошло төр тип һанала.Бындай үҙенсәлекле ысул Башҡортостанда беренсегә ҡулланыла. Кешенең йөрәк тирәһендәге туҡыманы ҡулланып операция яһау, ауырыуға тиҙерәк аяҡҡа баҫырға һәм ҡайһы бер ҡатмарлыҡтарҙы ла урап үтергә ярҙам итә, ти белгестәр.Яңы ысул ярҙамында операция үткәргән пациенттарға элекке кеүек ғүмер буйына ҡанды шыйыҡлатыу өсөн махсус препараттар эсергә кәрәкмәй. Уларҙы ни бары өс ай дауамында ҡулланыу ҙа етә.
Өфөлә беренсе тапҡыр йөрәккә яңы ысул ярҙамында операция яһай башланылар
Тулыраҡ: Өфөлә беренсе тапҡыр йөрәккә яңы ысул ярҙамында операция яһай башланылар