Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәй авиацияһы Сүриәлә ислам дәүләте һуғышсылары колоннаһын утҡа тотҡан. Улар халыҡ-ара террорсылар ҙут төркөмдәргә тупланған Дейр эз-Зорра ҡалаһына ҡарай китеп барған булған. Авиаһөжүм һөҙөмтәһендә 20 автомобиль, 200 террорсы юҡ ителгән.
  • Сүриә президенты Башар Асад ватандаштарына мөрәжәғәт итеп Сүриә һәм уның яҡлылар көнбайыштың пландарын ғәмәлгә ашырырға ҡамасаулай тип белдерҙе. Ул ярҙам күрһәткән өсөн Рәсәй, Иран һәм Ливапндың “Хезболлах” хәрәкәтенә рәхмәт белдерҙе. Террорсылар менән бәйләнештәрен өҙмәгән илдәргә Сүриә кризисын хәл итеүҙә ҡатнашыу, илселектәр асыҡ мөмкинлеге бирелмәйәсәк, тигән Башар Асад. Хөкүмәт армияһы әле Сүриәнең 40 процентын террорсыларҙан азат итте.
  • Красноярскийҙа ғәҙәттән тыш ъхәл режимы индерелде. Ҡала һыу аҫтында ҡалды. 80 йорттоң ҡыйығы емерелгән, подвалдар һыу менән ьулған. Юлдарҙағы хәл дә ҡатмарлы булып ҡала. Айырым урындарҙа автомобилдәр тулыһынса тиерлек һыу аҫтында ҡала. Троллейбус һәм трамвайҙар хәрәкәте лә тулыһынса туҡтаған.
  • Һиндостанда поезд рельстарҙан сығыу сәбәпле 23 кеше һәләк булған,70 кеше яраланған. Урындағы мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, аварияла юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре ғәйепле булыуы ихтимал. Тәфтишселәр машинистың юл ремонтланыуы тураһында хәбәрҙәр булмауы, шуға ла поездың сәғәтенә 100 километр менән хәрәкәт итеүен асыҡлаған.