Глобалләштереү шарттарында айырым халыҡтарҙың тел үҫешен интернет селтәре аша ла баһаларға мөмкин. Бөгөн Википедия донъяның 188 телендә донъя күрһә, шулар араһында башҡорт ресурсының лайыҡлы урын алып тороуы, шрифтар һәм клавиатура өсөн махсус программалар булыуы ҡыуаныслы хәл. Донъя селтәрен башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеүселәр кемдәр ул? Миңһылыу Абдуллина һөнәре буйынса рус теле уҡытыусыһы. Эштән буш ваҡытын ул тыуған башҡорт телен үҫтереүгә бағышлай. Бәләкәйҙән үҙ телендә һөйләшеү, белем алыу теләге ҙур була унда.Балаларын аяҡҡа баҫтырып, тормош мәшәҡәттәренән бушана биргәс, ханым тел яҙмышы өсөн борсолоп йәнә лә баш-аяҡтан эшкә сума. Википедия Ирекле энциклопедияһында башҡортса мәҡәләләр баҫыла башлағас та унда үҙ өлөшөн индереү теләге тыуа. Әммә компьтер менән эш итә белмәүе ҡаршылыҡ була. Теләк булғас терәк тә табыла. Википедияға киң йәмәғәтселектә төрлө ҡараш йәшәй. Бәғзеләр бында раҫланмаған, килде-киттеле мәғлүмәттәр баҫыла тигән фекерҙә. Башҡорт телендәге мәҡәләләр төплө һәм йөкмәткеле булһын өсөн ирекле авторҙар бик күп сығанаҡтарға таянып эш итә.Миңһылыу апай бер-нисә йыл эсендә 300-гә яҡын мәҡәлә яҙып өлгөргән. Был эш өсөн бер кем дә түләмәй. Шулай ҙа әүҙем викиирекмәндәр һаны көндән-көн арта. Википедияның башҡот телендәге бүлеге 2002 йылдың 2 июнендә асыла. Башҡортостан исемле беренсе мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә аноним яҙыусы тарафынан төҙөлә, был көн Башҡорт Википедияһының тыуған көнө булып иҫәпләнә. Әле башҡорт википедияһында 40 меңгә яҡын статья һәм уларҙың барыһы ла ирекмәндәр көсө менән яҙылған. Бында файҙалы ғына түгел, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе лә табырға мөмкин. Мәҫәлән, Өфө халҡы яратып өлгөргән Ете ҡыҙ фонтанындағы һәр фигура кәмендә 600-700 киллограмм тарта икән, ә уның хаҡы 7 миллион һумға баһалана. Тап ҡыҙыҡһындырырҙай мәғлүмәттәр һәм көндәлек ҡулланылыштағы ҡушымталар ярҙамында ғына туған телдәрҙе заманса шарттарҙа өйрәтергә лә, ихтирам уятырға ла мөмкин тигән фекерҙә белгестәр. Башҡорт йәштәре араһында ла ундайҙар етерлек, улар Башҡорт проекттары берләшмәһенә тупланып төрлө интернет алғыстарҙы башҡорт теленә тәржемә итә. Әүҙем ватандаштарыбыҙҙың береһе — башҡортса «Бәйләнештә» сайтын булдырыусы Илдар Кинйәбулатов. Ул әле үҙ проекты өҫтөндә эшләй. Интернетта башҡортса «Электрон китапхана» туплай.Интернетты айырым халыҡтарҙың үҫеш кимәлен сағылдырыусы ресурс, тип атарға мөмкин. Глобаль селтәрҙә теге йәки был тел бар икән, тимәк ошо телдә һөйләшеүсе халыҡ та йәшәй. Туған телдәрҙе уҡытыу иреклегә ҡалдырылған заманда киләсәк быуындың башҡорт телендә таҙа һәм матур аралаша белеүе глобаль селтәрҙә үҙ телебеҙҙе әүҙем ҡулланыуҙан тора.
Халыҡ тере, уның теле булғанда
Тулыраҡ: Халыҡ тере, уның теле булғанда