Өфөнөң Зорге урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә йәшәүселәр, күп ҡатлы йорттоң баҙында ремонт эштәрен үткәреүгә ҡаршы сыға. Мария Мазова үҙемде юрист кеүек тоям, ти. Бынан бер-нисә йыл элек ул йәшәгән күп ҡатлы йорттың баҙында рөхсәтһеҙ ремонт эштәре башланғанын белгәс ул судҡа мөрәжәғәт итә. Тик эш, бер суд ҡарары менән генә тамамланмай.Төҙөүсөләр йортта йәшәгән халыҡтың фекерен ишетергә лә теләмәй. Бригадалар күп ҡатлы йорттоң хәүефһеҙлегенә ҡурҡыныс менән янап, баҙҙы соҡоп, унан тиҫтәләгән тонна балсыҡ сығарып ташлай. Һөҙөмтәлә баҙ, техник ҡағиҙәләрҙе боҙоп, тағы ла бер-нисә метрға тәрәнәйә. Шул арҡала бинаның нигеҙенә зыян килә.Бер-нисә йыл элек яуаплылығы сикләнгән “Арго” йәмғиәте ҡала хакимиәте рөхсәте менән баҙҙы ҡуртымға ала. Тик ремонт эштәрен башҡарасағы тураһында бер кемгә лә хәбәр итмәй. Халыҡ әйтеүенсә, бер-нисә көн эсендә подвалдан тиҫтәгә яҡын машина менән балсыҡ сығаралар. Шул сәбәпле йорттоң ҡайһы бер фатирҙарында стена-түбәләрҙә ярыҡтар барлыҡҡа килә. Йәғни, арендаға алған компания ремонт эштәре барышында өйҙөң конструкцияһына зыян килтерә. Тәүҙә Совет районы, һуңынан баш ҡала, ә аҙаҡтан республиканың Юғары суды ла был йортта йәшәүселәр мәнфәғәтен яҡлап сыға. Һөҙөмтә бер – арендаға алған компания баҙҙы элекке хәленә килтерергә тейеш. Тик ҡарар һаман да үтәлмәгән. Бөгөнгәсә унда үҙгәрештәр юҡ. Йортто идара итеүсе компания иһә бөтә эштәрҙә 2017 йылдың өсөнсө кварталында башланасағын белдерҙе.Әлегә иһә был йортта йәшәүселәр үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, көн итергә мәжбүр. Баҙы тәрәнәйгән йорттоң нигеҙе таушалып, был күп фатирлы өй теләһә ҡайһы мәлдә емерелеүе мөмкин. Ул саҡта инде ҡорбандарҙың да булыуы бар.
Үҙ хәүефһеҙлегең өсөн үҙең көрәш
Тулыраҡ: Үҙ хәүефһеҙлегең өсөн үҙең көрәш