Төркиәлә аварияла йәрәхәтләнеүселәр араһында Рәсәй граждандары бар

Тулыраҡ: Төркиәлә аварияла йәрәхәтләнеүселәр араһында Рәсәй граждандары бар

Рәсәйҙең Төркиәләге консуллығынан хәбәр итеүҙәренсә, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән һәләкәткә осраған автобуста 11 кеше ял итергә китеп барған булған. Уларҙың араһында Башҡортостан ватандаштары бармы, юҡмы, ул турала хәбәр ителмәй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һауа шарттары-юл транспорт фажиғәһенең төп сәбәбе. 20 пассажир, шул иҫәптән бер-нисә бала ауыр тән йәрәхәттәре алған.