Рәсәйҙә айырым туроператорҙар Төркиәгә ял итергә барырға теләмәүселәргә аҡсаларын кире ҡайтарыуҙан баш тарта. Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенә ошондай 400 мөрәжәғәт булған.Киҙеү Сиде, Анталья, Аланья, Кемер һәм Белек ҡалаларында киң таралған. Рәсәйҙән Төркиәлә ял итеп ҡайтыусы 832 кеше лә әле ҡурҡыныс ауырыу асыҡланған. Уларҙың күбеһе-балалар. Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, туристарға күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең именлелеген тәьмин итеүгә тулыһынса туроператорҙар яуаплы. Энтеровирус инфекцияһы – йоғошло ауырыу, ул тышҡы мөхиткә сыҙамлы, һыуыҡҡа бирешмәй, һалҡын һыуҙа вирус 18 көн йәшәй, ә йылғаға эләккән осраҡта 1 айҙан ашыу үлмәй.
Рәсәйҙән Төркиәлә ял итеп ҡайтыусы 832 кешелә ҡурҡыныс ауырыу асыҡланған
Тулыраҡ: Рәсәйҙән Төркиәлә ял итеп ҡайтыусы 832 кешелә ҡурҡыныс ауырыу асыҡланған