Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Америка президенты халыҡҡа мөрәжәғәт итеп Ҡушма Штаттар башҡа илдәрҙә үҙ тәртибер урынлаштырыуҙан баш тартасаҡ, тигән. Дональд Трамп әйтеүенсә, халыҡ күп аҡса, энергия талап иткән тышҡы сәйәсәттән тамам ялҡҡан. Америка именлек өлкәһендә үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу урынына бик күп илдәрҙә тәртип урынлаштырырға тырышты. Афғанстандағы хәрби компания үҙен тулыһынса аҡламаны. Быға тиклем Трамп террорсыларға ҡаршы көрәштә хәрби стратегия үҙгәрәсәге тураһында хәбәр иткәйне.
  • Барселонала террор ғәмәлен ҡылыусы Марокконан 22 йәшлек Юныс Әбүяҡуп автомобилдәргә бензин ҡойоу станцияһында атып үлтерелгән. Шикләнеүсене бер ҡатын күреп ҡала һәм полицияға хәбәр итә. Әбүяҡуптың виноград плантацияларында ҡасып йөрөгәне асыҡлана.
  • Чили ҡатын-ҡыҙҙары илдең конституция судының аборттарға өлөшләтә тыйыуҙы алыуын хуплап ҡаршы алды. Ошо уңайҙан меңәрләгән кеше Сантьяго-де Чили урамдарына сыҡты. Илдә әгәр әсәгә ҡурҡыныс янағанда, көсләгәндән һуң ауырға ҡалғанда аборт эшләтергә мөмкин.
  • Ҡытайҙа оло юлда ер ишелгән. Мотоциклда йәш егет ҙур соҡорҙа күрмәй ҡала. Ул хатта тиҙлеген дә кәметмәй, туп-тура килеп шунда ҡолай. Егеттең ҡайҙа ҡарап китеп барғаны билдәһеҙ, әммә СисиТиВи агентлығы хәбәр итеүенсә, иғтибарлыраҡ булһа ролик геройы йәрәхәттәр алмаҫ ине.