Башҡорт әҙәбиәтенең “алтын фонды” – интернет киңлектәрендә

Тулыраҡ: Башҡорт әҙәбиәтенең “алтын фонды” – интернет киңлектәрендә

“Китаптар” исемле беренсе башҡорт электрон китапханаһын төҙөүселәрҙең береһе тәүгеләрҙән беҙҙең телеканалға яңы проектын күрһәтте. “Китаптар” – беренсе башҡорт электрон китапхана. Бында башҡорт телендә китаптар, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен, шиғри йыйынтыҡтар, һүҙлектәр, дәреслектәр, хатта гәзит-журналдарҙы ла табырға мөмкин. Әлбиттә, быға тиклем дә интернет селтәрендә ошондай китапханалар бар ине. Тик бында башҡорт әҙәбиәтенең алтын фонды тулыһынса йыйылған тиерлек. Сайтта социаль функциялар ҙа бар: оҡшаған китаптар менән бүлешергә, үҙеңдең фекереңде ҡалдырырға, аралашырға. Башҡорт телендә. Бының өсөн ярҙамға башҡортса клавиатура килә. Уны уйлап сығарыусыларҙың береһе әйтеүенсә, алдынғы технологияларға нигеҙләнеп эшләнгән “аҡыллы” клавиатура рус хәрефтәре менән яҙһаң да, һүҙҙе саф башҡортсаға әйләндереп бирә. Һүҙбәйләнеш дөрөҫ булһын өсөн артабан һүҙҙәр ҙә тәҡдим итә. Уның ярҙамында хатта тулы һөйләмдәр ҙә төҙөргә була. Тағы ла бер уңай яғы: клавиатураны бер телдән икенсеһенә күсерергә кәрәкмәй. Ниндәй телдә һүҙ йыйғанды аңлап тора. Шуға бер юлы русса ла, башҡортса ла яҙырға мөмкин. Был текст баҫыу ваҡытын дүрт тапҡырға тиҙәйтә. Яңы “аҡыллы” клавиатураны теләгән һәр кем кеҫә телефонына ҡуя ала. Ә “Китаптар” проектының яңы версияһы уҡыусыларға сентябрь айында тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ, быйылғы уҡыу йылы башынан Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә эшләнгән Башҡорт телен дистанцион өйрәнеүҙең халыҡ-ара системаһы ла киң ҡулланыуға сыға. Был платформа ярҙамында теләгән һәр кем, донъяның теләһә ниндәй нөктәһенән дә телде үҙ аллы өйрәнә аласаҡ. Әйтергә кәрәк, башҡорт теле интернет киңлектәрен әүҙем яулай. Мәҫәлән, барлыҡ тиерлек социаль селтәрҙәрҙе башҡор теленә күсереп була. Ә “телеграм”да тәржемәсе бот та барлыҡҡа килгән.