Алдынғыларға машиналар тапшырыласаҡ

Тулыраҡ: Алдынғыларға машиналар тапшырыласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте иген йыйыу комбайны, үҙ йөрөшлө сапҡыс операторҙары, ауыр йөк автомобиле, сөгөлдөр йыйыу комбайны водителдәре, туңға һөрөү механизаторҙары, шулай уҡ 2017 йылғы уңышты йыйыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары һәм ауыл хужалығы техникумы уҡыусылары араһында икенсе республика конкурсын уҙғарыу тураһында иғлан итте. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов былтыр «Баҫыу көнөндә» ауыл хужалығы эшсәндәре араһында конкурс ойошторорға тәҡдим иткәйне. Үткән йыл төрлө номинацияларҙа 10 кеше конкурс еңеүселәре тип табылды. «Иң яҡшы комбайнсы» номинацияһында еңгән биш кешегә республика Башлығы «Нива» автомобиле асҡыстарын тапшырҙы. Иң яҡшы үҙ йөрөшлө сапҡыс операторы, ауыр йөк автомобиле, сөгөлдөр йыйыу комбайны водителе, туңға һөрөү механизаторы, шулай уҡ аграр университеты студенты «Лада-Гранта» машинаһын һатып алыу өсөн сертификаттар менән бүләкләнде.