Башҡортостанға федераль бюджеттан ярҙам күрһәтеләсәк

Тулыраҡ: Башҡортостанға федераль бюджеттан ярҙам күрһәтеләсәк

Башҡортостан аграрийҙары һауа торошона бәйле ғәҙәттән тыш хәл өсөн федераль бюджеттан 160 миллион һум тирәһе компенсация аласаҡ. Ил хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев Рәсәй ауыл хужалығы министрлығына был маҡсатта 1 миллиард 300 миллион һум аҡса бүлеү тураһында күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Компенсация Башҡортостандан тыш, Ҡарасәй-Черкес, Тыва, Чечен республикаларына, Приморский һәм Хабаровский крайына, Волгоград, Вологод һәм Тула өлкәләренә бүленә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала ямғырҙар арҡаһында ерҙең артыҡ дымланыуына һәм борсаҡ яуып уңышты әрәм итеүгә бәйле 37 районда махсус режим иғлан ителде.