Башҡортостанда йөҙҙәрсә мең гектар һөрөнтө ер әйләнештән төшөп ҡалған

Тулыраҡ: Башҡортостанда йөҙҙәрсә мең гектар һөрөнтө ер әйләнештән төшөп ҡалған

Был турала ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. Ҡасандыр иген баҫыуҙары булған майҙандарҙы хәҙер сүп баҫҡан. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы тарафынан уҙғарылған махсус тикшереүҙәр ҙә ошоно раҫлай. Өфө районындағы ауыл хужалығы предприятияларының береһенең милке булған йөҙҙәрсә гектар ер хәҙер буш ята. Предприятие хеҙмәткәрҙәре лә ни өсөн баҫыуҙарҙың эшкәртелмәүенә яуап бирергә ашыҡмай. Баҫыуҙарҙың нисә йыл дауамында эшкәртелмәүен асыҡлау ауыр түгел. Төп дәлил – ҡасандыр иген яландары булған урында үҫкән ағастар. Уларға ҡарап, әйләнештән төшөп ҡалған майҙандарға хәҙер күпме ваҡыт трактор инеү түгел, ә кеше аяғы баҫмағанын да белеп була. Россельхознадзор хеҙмәткәрҙәре иһә баҫыуҙарҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен дә аңлата. Әгәр ҙә билдәләнгән майҙан өс йыл араһында һөрөлмәһә, унда бер нимә лә сәселмәһә, баҫыуҙарҙы башҡа кешеләргә бирергә тейештәр. Мәҫәлән, бына Өфө районында ғына бөгөн меңдәрсә гектарҙа ашлыҡ та үҫмәй, күп йыллыҡ үләндәр булһа ла сәселмәгән. Әйткәндәй, Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов яңыраҡ Благовар районына эш сәфәре барышында ерҙәрен эшкәртмәгән хужалыҡтарҙан ул майҙандарҙы алып, баҫыуҙарҙы тәрбиәләй алырлыҡ коопертивтарға биреү мөмкинлеген дә әйткәйне. Ысынлап та, буш ятҡан гектарҙарҙы эшкәртеп, улар иген-арыш баҫыуҙарына әйләндерелһә, күпкә отошлораҡ булыр ине.