Рәсәй Американың яңы санкцияларына ҡаршы лайыҡлы яуап бирәсәк. Был турала Рәсәйҙең сит ил эштәре министрлығынан белдерҙеләр. Вашингтон Төнъяҡ Кореяға бәйле Рәсәйгә ҡарата санкцияларҙы киңәйтеп ике аралағы бәйләнештәрҙе өҙөргә тырыша. Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Сергей Рябков хәбәр итеүенсә, ошондай шарттарҙа Америка вәкилдәренең Рәсәй менән хеҙмәттәшлекте киңәтергә кәрәк тип яңғырауыҡлы белдереүҙәр яһауы аңлашылмай.
Каталонияла теракттар ойоштороуҙа шикләнеүсе Мөхәмәт Шемләл Мадрид судында Барселоналағы Саграда Фамилия ҡорамында күләмлерәк теракттар булырға тейеш ине, тип белдергән. 21 йәшлек егет Барселоналағы террор ғәмәленең уйламағанда, бер-нисә ай буйынса әҙерләнгән планды бойомға ашырып булмаҫын аңлағас ойошторолоуын таныған. Прокурор Шемләлде һаҡ аҫтына алырға ҡушҡан. Ике террорсы иректән мәхрүм ителгән. Террор ғәмәлендә 13 кешенең ғүмере өҙөлдө, 130 кеше яраланды. Барселонаға һөжүм өсөн яуаплылыҡты “Ислам дәүләте” террор төркөмсәһе үҙ өҫтөнә алған.
Грузия етәкселеге күрше илдәргә һәм Европа берлегенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Бында янғындар Боржоми курорты тирәләй урмандарға янай. Әлегә 12 гектарҙа урман янған. Утты һүндереүгә ҡоролоҡ һәм тауҙар ҡамасаулай. Урындағы халыҡ хәлде ҡот осҡос, тип баһалай. Утты һүндереүгә 800 янғын һүндереүсе, ҡотҡарыусылар, эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. Әзербайжан һәм Төркиә Грузияға янғын һүндереүсе самолеттар һәм вертолеттар ебәргән.
Махсус тәғәйенләнештәге тимер ат. “Калашников” концерны полицияның юл-патруль, патруль-пост хеҙмәте өсөн яңы электромотоциклдар эшләй башланы. Улар 15 киловаттлыҡ двигателдә 150 саҡырым үтә ала. Тиҙҙән махсус тәғәйенләнештәге отряд хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ошондай уҡ мотоциклдар эшләнәсәк.