Башҡортостан интернет менән ҡулланыусылар һаны буйынса ил төбәктәре араһында тәүге унау исемлегендә. Был турала Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Ринат Шәғәлин белдерҙе. Башҡортостан "Рәсәйҙең цифрлы иҡтисады" федераль программаһында ҡатнаша. Уны тулы күләмдә тормошҡа ашырыу өсөн республикала технополис-ватан программалары продукттары һәм системалары майҙансығы ойошторола. Рәсәйҙә 2017 йылдың мартына ҡарата интернет аудиторияһы 71 процентҡа еткән, һуңғы йылда интернет менән ҡулланыусылар 2 процентҡа артҡан. Социаль селтәрҙәр менән ил халҡының 60 проценты файҙалана
Башҡортостан интернет менән ҡулланыусылар һаны буйынса алдынғылар сафында
Тулыраҡ: Башҡортостан интернет менән ҡулланыусылар һаны буйынса алдынғылар сафында