Өфөлә табиптар сабыйҙың ҡулын ҡырҡып ташлаған

Тулыраҡ: Өфөлә табиптар сабыйҙың ҡулын ҡырҡып ташлаған

Сабый хәҙер ғүмерлеккә зәғиф булып ҡалды. Әлбиттә, табиптар ниндәй ҙә булһа аңлатма биреүҙән баш тарта. Сабыйының ғүмере өсөн көрәшкән йәш ғаилә тәфтиш комитетына мөрәжәғәт иткән. Был видеояҙманы йәш әсә дауаханала төшөрә. Табиптар сабыйҙың уң ҡулын киҫеп ала. Балаһының ғүмерлеккә зәғиф булып ҡалыуында Анна табиптарҙы ғәйепләй. Ире менән ун ике йыл бала таба алмағандан һуң, быйыл Аннаға, ниһайәт, әсә булыу бәхете тейә. Йөклө сағын ауыр үткәргән ханыма сабыйға алты ғына ай булғанда бушанырға тура килә. Һуңғы ике ай эсендә бала яйлап һауыға ине, хатта күҙҙәрен дә аса ине, тип хәтерләй әсә. Улының хәлен белешергә ул көн һайын Иглин ауылынан Өфөгә килеп йөрөй. Әммә бер көндө ангина менән ауырыу сәбәпле дауаханаға бара алмай. Тап ошо ваҡытта был ышанмаҫлыҡ хәл килеп сыға ла инде. Анна Акатьева балаһының зәғиф булып ҡалыуында табиптарҙы ғәйепләй. Был мәсьәләне асыҡлар өсөн ул тәфтиш комитетына ғариза яҙа. Республиканың перинаталь үҙәгендә сабыйҙың яҙмышына бәйле хәлгә аңлатма биреүҙән баш тарттылар. Анна ханымдың яҙған ғаризаһы буйынса әле тикшереү эштәре башланды. Дауахананың баш табибы ни өсөн ошондай хәл килеп сыҡҡанын аныҡ ҡына аңлата алманы. Акатьевтар ғаиләһе сабыйының тиҙерәк һауығып китеүенә һәм был мәсьәләнең хәл ителеүенә бар күңеле менән ышана. Оҙаҡ йылдар буйы хыялын тормошҡа ашырған ата-әсә сабыйының өйгә ҡайтыуын күптән көтә.