Ағиҙел яры төҙөкләндерелә

Тулыраҡ: Ағиҙел яры төҙөкләндерелә

Өфөнөң Ағиҙел ярын төҙөкләндереү проекты илдә Керчь күперенән ҡала иң ҙур төҙөлөштәрҙең береһе тип танылды. Уны 2018 йылдың августына, пландағы ваҡыттан ярты йылға иртәрәк тамамларға ниәтләйҙәр. Әле яр буйын биҙәйәсәк кәртәләр етештереү өсөн ике сменала эшләй башлағандар. Уны 9-сы һанлы холоҡ төҙәтеү колонияһы цехы әҙерләй. Хөкөм ителеүселәргә 1 километр рәшәткә ҡойорға тура киләсәк. Унда Өфө һүҙе рус, башҡорт һәм Латин хәрефтәрендә яҙылған тип хәбәр итәләр. Өфөнөң көнъяҡ өлөшөндәге яр буйын нығытыу эштәре 3 йыл элек башланды. Проект хаҡы 2 миллард ярым һум. Ул Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект исемлегенә ингән.