Өфөлә йәш юнгаларҙы әҙерләгән контр-адмирал Михаил Бакаев исемендәге диңгеҙ үҙәге караптарһыҙ тороп ҡалған. Икенсе йыл инде балалар ҡоро ерҙә хәрби-диңгеҙ флотына хеҙмәткә әҙерләнә. Мөмкинме был һәм караптар ҡайҙа булған? Өфө балалар диңгеҙ үҙәгенең бинаһында әле тынлыҡ. Ғәҙәттә, йәй көндәрен йәш юнгалар практикала үткәрә. Диңгеҙ киңлеген иңләмәһәләр ҙә, Ағиҙел буйлап йөҙгәндәр. Ә хәҙер үҙәкте төп базаһыҙ - карапһыҙ ҡалдырғандар. Әлбиттә, аудиторияларҙа күргәҙмә материалдары бар. Тик ысын караптарһыҙ балаларҙан диңгеҙсе эшләп булмай, ти хеҙмәткәрҙәр.Юнга, Контр-адмирал Михаил Бакаев һәм генерал Генри Таращук – был өс карапта үҙәктә тәрбиәләнеүселәр хәрби күнекмәләр үткән. Калинин районы буйынса мәғариф идаралығына ҡараған уҡыу йортон 2014 йылда граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡыу-методика үҙәгенә күсергәс, караптарҙы хеҙмәтләндереү маҡсаты менән ошо ойошманың филиалы булған «Өфө ҡалаһы йылға кисеүҙәре хеҙмәте»нә биргәндәр. Ә инде 2016 йылда диңгеҙ үҙәген кире Өфө ҡалаһының мәғариф идаралығына тапшырғандар, тик караптарһыҙ. 82 йәшен ҡыуған Михаил Худайгатов ғүмеренең 30 йылын диңгеҙгә бағышлаһа, һуңғы 20 йылда ошо һөнәрҙе йәштәргә өйрәтә. Караптарһыҙ балаларҙы хәрби-диңгеҙ флотына хеҙмәткә әҙерләү бик ауырға төшә, ти ул. Әле сереп ултырған контр-адмирал Михаил Бакаев исемендәге карап хатта Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Унда йөҙгәндә егет-ҡыҙҙарҙың, айырыуса, хәрби-патриотик рухы нығына ине, ти Михаил Хөсәйен улы. Заманында йәш юнгаларҙың эшенән ҡайнап торған ике өйрәнеү судноһы ташландыҡ хәлдә. Караптар ике йыл инде теплоходтарҙың ҡышлау урынында тора. Ә өсөнсөһө бөтөнләй паром хеҙмәтенә бирелгән.Диңгеҙ үҙәге караптарын кире ҡайтарыуҙы һорап «Өфө ҡалаһы йылға кисеүҙәре хеҙмәте»нә хат яҙған. Улар әлегә хат килеп етмәне тип, интервьюнан баш тартты. Диңгеҙ үҙәге хеҙмәткәрҙәре һәм унда тәрбәләнеүселәр яҡын арала был мәсьәләнең ыңғай хәл ителеүенә өмөтләнә.
Диңгеҙ карапһыҙ, ә карап диңгеҙселәрһеҙ
Тулыраҡ: Диңгеҙ карапһыҙ, ә карап диңгеҙселәрһеҙ