Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәй хәрбиҙәре төнгө шарттарҙа үҙ оҫталыҡтарын камиллаштыра. “Армия-2017” хәрби-техник форумы сиктәрендә Мәскәү өлкәһендәге Алабино полигонында хәрби техниканың төнгө алыш шарттарында мөмкинлектәре күрһәтелде. Хәрбиҙәр алдына ҡуйылған бурыстарҙы теүәл һәм ваҡытында үтәгән.
  • Ҡытайҙа 400 авиарейс киссектерелгән, йәмәғәт транспорты йөрөмәй, дәүләт учреждениелары ябылған. Илдең көньяғына һуңғы биш йылда тәүге тапҡыр көслө дауыл ябырылды. Гонконгта ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Ҡалала пляждар һәм урамдар һыу аҫтында ҡалған. Елдең тиҙлеге урыны менән сәғәтенә 165 саҡырымға етә. Һауа торошо сәбәпле Гонконгтың фонд биржаһы ла эшен туҡтатҡан.
  • Италияның Искья утрауында тағы ла ер тетрәгән. Белгестәр именлек нормаларын үтәмәү сәбәпле бик күп йорттарҙың емерелеүе тураһында хәбәр итә. Утрауҙа күптәр йорттар төҙөүгә рөхсәт алмаған. Термаль сығанаҡтары менән билдәле утрауҙа әле 200 мең турист ял итә. Ер тетрәгәндән һуң уларҙың күптәре бынан ашығыс рәүештә китеү яғын ҡарай.
  • Иртәнге ашҡа электр тогы. Һиндостандан Нареш Кумарҙың тормошо ток һуҡҡас ҡырҡа үҙгәргән. Ул үҙендә яңы һәләт асҡан. Ир тик электр менән генә туҡлана. Ризыҡтан бөтөнләй баш тартҡан.