Бында урман ташыусы ауыр техника ауыл аша үткәнлектән урындағы халыҡ менән водителдәр араһында ыҙғыш булғайны. Һөҙөмтәлә, мәсьәләгә полиция, аҙаҡ республика етәкселегенә лә ҡыҫылырға тура килде. Яңы юл Саруа ауылы халҡы өсөн яңы тормош менән ауаздаш. Хәҙер бында олоһо ла кесеһе лә үҙ тимер атында елдереп ҡыуана. Саруа ауылындағы хәлде беҙ йәй башынан уҡ күҙәтә башлағайныҡ. Бында юлсыларға урындағы дилянканан ағас сығарыусылар ҡамасаулап түшәлгән ташты ҡойоға бутап, эште тотҡарланы. Ә бер нисә көн элек был урындағы халыҡ менән водителдәр араһында ыҙғышҡа барып етте. Юл һалыусыларҙы яҡлап кешеләр йөк автомобилдәрен ҡамауға алды. Ә Камаз хужалары забостовка иғлан итте. Хәлде республика башлығына контролгә алырға тура килә. Рөстәм Хәмитов Саруа һәм Красная Горка ауылдарын тоташтырыусы юлды тиҙ арала тамамларға бойорҙо.Юл эшселәре кәм тигәндә лә 1 ай эсендә 23 километр юлға таш түгеп асфальт түшәп тә ҡуя.Урман ташыусылар өсөн дә юлдың асылыуы яҡшы яңылыҡ, улар ыҙғыш арҡаһында бер нисә ай йүнләп эш хаҡы ала алмаған.Ә яңы юлды ауыр техниканан һаҡлау маҡсатында күсмә үлсәү пункты урынлаштырылған. Бында әлегә һәр күсәргә 6 тонна йөк менән генә йөрөү рөхсәт ителә. Асфальт баҫылғас экспертиза үткәреләсәк һәм күберәк тейәргә рөхсәт ителә. Әммә бының менән юлдар мәсьәләһе хәл ителмәй. Бер нисә йылдан урман ташыусылар арҡаһында асфальт йәнә онталып бөтәсәк тигән фекерҙәләр Транспорт буйынса дәүләт комитетында. Шунлыҡтан ағас ташыуҙы һыу транспортына күсереү мәсьәләһе өйрәнелә.Әле бәләгә әүерелгән юлда тамғалар һәм кәртәләр урынлаштырыуэштәре ҡалған. Халыҡ тиҙлек бәләнһенән аралап өҫтәмә урынлаштырыуҙы һораған.
Нуриман районы Саруа ауылында юл төҙөлөшө тамамланды
Тулыраҡ: Нуриман районы Саруа ауылында юл төҙөлөшө тамамланды