Юлдың Аксаков урамынан, Ғафури урамына тиклемге өлөшө ябыла. Был Салауат Юлаев майҙанында ошо аҙнала үтәсәк Һөт иле фестиваленә бәйле. Шәмбегә тиклем бында әҙерлек эштәре барасаҡ. Ҡала хакимиәте водителдәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш итә һәм ваҡытлыса ҡатмарлыҡтарҙы аңлап ҡабул итеүҙе үтенә. 29-сы августа Өфө йәнә бер көнгә һөт яратыусыларҙың баш ҡалаһына әүереләсәк. Рәсәйҙә һәр кеше йылына 240 килограмм һөт эсә һәм һөт ризыҡтары ашай. Башҡортостанда был һан тағы ла юғарыраҡ. Милли йолалар буйынса беҙҙә һөт ризыҡтары ғына түгел, һөттөң үҙ төрө лә күберәк. Кәзә, бейә һөтө нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәр шифаһын ата-бабаларыбыҙ борондан белгән.
Өфөләге Зәки Вәлиди урамында автомобиль хәрәкәте сикләнде
Тулыраҡ: Өфөләге Зәки Вәлиди урамында автомобиль хәрәкәте сикләнде