Кочкиндар йорто янында урынлашҡан автосервисҡа бәйле яңы мәғлүмәт

Тулыраҡ: Кочкиндар йорто янында урынлашҡан автосервисҡа бәйле яңы мәғлүмәт

Уның хужаһы Равшан Мамаризаевтың 17 йәшлек туғанын туҡмағандар. Әле ул нейрохирургта дауаланыу курсы үтә. Хәбәр итеүебеҙсә, йорттар төҙөүселәр эргәлә генә урынлашҡан автосервисты емереп үҙ биләмәһен киңәйтергә ниәтләй. Һәр хәлдә автосервис хужаһына янауҙар йышайған, яңыраҡ ҡойма һәм ҡапҡаларҙы ла емереп киткәндәр. 2014-се йылдан алып беҙҙең ғаиләгә тыныслыҡ бөттө, ти Клара Аҙнабаева. Уның улы 30 йыл элек буш торған бинаны һатып алып үҙ эшен асып ебәрә. Хәҙер был урын өсөн етди көрәш бара-сит кешеләр хәйләләшеп тартып алырға теләй.Әле бар документтар ҙа экспертиза үткән һәм сит өлкәлә иректән мәхрүм ителгән кешенең ерҙе һатып алмағаны раҫланған. Клара Аҙнабаеваның улы Раушан әйтеүенсә, дөрөҫлөктөң кемдәр яғында икәнен белгән БАШКИҪӘРҘӘР тағы ла ҡотороп китә, төрлөсә янап шылтырата башлайр.Ә был низағтарҙың барыһы ла депутат- Андрей Носковтың эше тигән фекерҙә Раушан Мамаризаев. Үҙе менән осрашып һөйләшергә теләп шылтыратыуым да ыңғай һөҙөмтә бирмәне, ти ул.Һүҙҙәренең шаяртыу түгел, ә янау икәнлеген таныш түгел кешеләр телефон аша ғына түгел, ә „эш„ менән дә дәлилләп ҡуя.Әле Клара Аҙнабаеваның ғаиләһенә бар документтарҙы ла теүәлләп, милектәрен хосусилаштырырға һәм янаусыларға ҡарата закон ярҙамында берәй әмәл табылыуына ышанырға ғына ҡала.