Ҡанундарҙы белмәү фатирһыҙ итә

Тулыраҡ: Ҡанундарҙы белмәү фатирһыҙ итә

Туҡһан йәшен тултырған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Асия Безруковаға фатирһыҙ ҡалыу ҡурҡынысы янай. Изге күңелле ханым үҙ фатирын һәм бүлмәһен туғандарына яҙҙырта. Әммә яҡшы эшкә ул яман яуап ала. Туҡһан йәшен тултырған Асия Безрукова ҡан баҫымын көнөнә бер нисә тапҡыр тикшереп тороға мәжбүр. Хәленең ҡапыл насарайып китеүендә ул үҙ туғандарын ғәйепләй. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына яңыраҡ Өфөлә бер бүлмә бирелә. Балалары булмау сәбәпле ул үҙ көсөнә һатып алған фатирын һәм бүләк ителгән бүлмәне туғандарына яҙҙыртырға теләк белдерә. Документтарҙы рәсмилләштереүҙә уға туғандары ярҙам итә. Тик уларҙың тиҙҙән фатирымды һатам тигән ҡағыҙҙы ҡыҫтырып ебәреүен белеп ҡала.Өс туған апаһының ҡыҙы һәм ире менән Асия ханым яҡшы мөнәсәбәттә була. Һәр ваҡыт килеп ярҙам итә, хәлдәремде белешәләр ине, тип хәтерләй ул. Был мәсьәләне асыҡлар өсөн ул адвокатҡа мөрәжәғәт итә. Хәҙер бүлмәнең хужаһы Рәлит Шәйҙуллин – Асия ханымдың һеңлеһенең ире. Оло кешенең урам буйында ҡалыу ҡурҡынысы янағаны уны борсомай. Фатир мәсьәләһен хәҙер Октябрь районы суды тикшерә. Туҡһан йәшлек Асия Безрукова документтарға ҡул ҡуйған ваҡытта үҙемде насар тоя инем, ти. Шуға ла уға хәҙер суд-психиатрик экспертиза үтеп иҫбат итергә тейеш.