Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Керчь боғаҙында тимер юл аркаһын ҡуйыу башланды. Әлегә был ҡоролма ике понтон күпергә ҡуйылды. Тиҙҙән 6 тонналыҡ арка 35 метрлыҡ бейеклеккә күтәреләсәк. Был эш өс көнгә һуҙылыуы ихтимал, тип хәбәр итәраше тудей каналы.
  • Белоруссияла Рәсәй менән берлектәге “Көнбайыш-2017” күнекмәләренә тулы әҙерлек бара. Ике яҡтан 13 меңдән ашыу хәрби ҡатнашҡан был күнекмәләр сентәбрь урталарында башлана.
  • Афғанстандың көнбайышындағы Гильменд виләйәтендә Американың хәрби конвойына һөжүм иткәндәр. 13 кеше һәләк булған,20 кеше яраланған. Террор ғәмәле өсөн “Талибан” хәрәкәте яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған. Ҡушма Штаттар президенты Афғанстанға 4 мең хәрби оҙатыу тураһында белдергәс, был американ хәрбиҙәренә ҡаршы ойошторолған икенсе теракт.
  • Әзербайжанда ҡорал келәтендә сыҡҡан янғында бер-нисә кеше яраланған. Ғәҙәттән тыш хәл урынына тиҫтәләгән тиҙ ярҙам бригадаһы килгән. Әммә уларҙы келәт биләмәһенә үткәрмәгәндәр.
  • Техаста “Харви” дауылы килтергән зыянды иҫәпләп тә өлгөрмәнеләр, торнадо хәүефе тураһында иғлан ителде. “Харви” һуңғы 13 йылдағы иң көслө ураган, атмосферала яңы ҡурҡыныс күренештәр барлыҡҡа килтергән. Техаста 50 округта ғәҙәттән тыш хәл индерелгән.