Хәҙер бында һыу, газ үткән, юл да бар. Ауылда тыуып үҫкән ир Ҡамышлы данын Рәсәйгә таратырға ниәтләй. Өфөлә йәшәгән Рифғәт Уразмәтов илле йыдан һуң тыуған Ҡамышлы ауылына кире ҡайтырға була. 2000-се йылдар башында тулыһынса ташландыҡ хәлгә килгән ауылда хәҙер газ, электр, һыу үтә, яңы юл түшәлә. Сығымдарҙы Рифғәт Динис улы үҙ өҫтөнә алған. Был Бөрйән ҡарағайынан буралған өй иҫәп буйынса бишенсе. Ҡала мөхитенән арып-талған кешеләр өсөн тәғәйенләнгән йорттар оҙаҡламай әҙер буласаҡ. Бер урам, егермегә яҡын ихата, 5 ғаилә. Ҡамышлы ауылы бөгөн икенсе һулыш ала. Биләмәлә яңы йорттар ҡалҡып сыға, халыҡ эш урындарын барлай. Ҡамышлы ауылында тыуып үҫкән кешеләр әйтеүенсә, ауыл тарихы яҙылып бөтмәгән, уның киләсәге яҡты һәм өмөтлө. Тик биләмәлә әлегә ҡышлаусы халыҡ ҡына юҡ. Ауылда төҙөлөш эштәре башланғас, Рифғәт Урәзмәтов хеҙмәткәрҙәргә заман теле менән әйткәндәй, социаль пакет та тәҡдим итә. Агро-туризмдан тыш, Рифғәт ағай ауылда шулай уҡ ферма хужалығын да тергеҙә. Ҡасандыр ун ғына һарыҡ булған һарайҙа бөгөн 1000 ашыу баш һарыҡ, 30-ға яҡын һыйыр һәм йылҡы малы бар. Тырыш хужа мең гектарға яҡын ерҙе эшкәртеп, әйләнешкә индерә. Ауыл халҡы иһә эш булыуына ҡыуана.Бөгөн төп маҡсат ул ауыл хужалығын киңәйтеп, халыҡҡа эш урындарын булдырыу. Тиҫтәләгән йылдар буйына буш торған ауылды аяҡҡа баҫтырыу еңел булмаһа ла, бының менән генә туҡтап ҡалмайым ти, фермер.
Благовар районы Ҡамышлы ауылының яңы һулышы
Тулыраҡ: Благовар районы Ҡамышлы ауылының яңы һулышы