Мутлашыусыларҙан һаҡ бул

Тулыраҡ: Мутлашыусыларҙан һаҡ бул

Өфөләге “Браво” салоны осһоҙ хаҡҡа машина һатып, кеше алдауын дауам итә. Сираттағы клиент Лилиә Хужинаға ла дүрт йөҙ меңдән ашыу аҡса түләп, яңы машина алыр урынға, тотонолған һәм боҙола башлаған машина һаталар. Әйткәндәй, тап ошо салонда күп кеше алдана һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙа. Камераны күргәс тә, «Браво» автосалонының менеджеры Ильдар шунда уҡ сығып ҡасты. Салондағы башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә машина алам тип алданған клиентҡа һәм үҙ эштәренә етди ҡарамауы аптырашта ҡалдырҙы. Лилиә Хужина тап ошо салонда 415 мең һумға Равон Джентра машинаһын һатып алырға документтар тултыра. Уның һүҙҙәре буйынса, машинаны икенсе келәттән бер сәғәттән һуң килтерәбеҙ, тип ышандырып аҡсаны шунда уҡ түләттерәләр. Әммә бер сәғәт урынына кискә тиклем көткән ҡатын машина емерелгән тигән яуап ишетә. Түләнелгән аҡсаны менеджер хужаһына ҡайтармай. Ҡатын уны ремонтлағансы ике-өс ай көтөргә, йә булмаһа урынына тотонолған машина алырға тейеш. Лилиә ханым ҡалған аҡсаны юғалтыуҙан ҡурҡып, иҫке машина алырға мәжбүр була. Камеранан һәм алданған клиенттан ҡасҡан менеджер Илдар шулай ҙа үҙ хоҡуғын яҡларға тырышты. Уның һүҙҙәре буйынса, Лилиә аҡсаны кире һорап ғариза яҙыр урынға, үҙе иҫке машина алырға ризалашҡан. Әммә Лилиә мутлашыусылар ҡулына эләгеүен һиҙгәс тә, шул көндә уҡ ғариза яҙа. Шулай ҙа яңы машинаны ла, түләнгән аҡсаны ла ул ҡайтара алмай. Әйткәндәй, республика буйынса кеше хоҡуҡтарын яҡлау ойошмаһындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, тап ошо “Браво” салонында күп кеше алданып, ғариза яҙа. Белгестәр, ҡиммәтле әйбер һатып алғанда бөтә документтарҙы ентекле тикшерергә һәм аҡсаны шунда уҡ бирмәҫкә кәңәш итә. Әллә күпме кешене алдаған “Браво” автосалоны ҡармағына эләккән Лилиә Хужина ла хәҙер был мәсьәләне асыҡлар өсөн полиция хеҙмәткәрҙәренә лә ғариҙа яҙған.