- Рәсәй президенты Владимир Путин һәм Венгрия президенты Виктор Орбан ике яҡлы хеҙмәттәшлекле тағы ла арттырырға һөйләшеп килеште. Һуңғы ике йылда ике ил президенты сауҙа бәйләнештәре үҫешен тикшереү маҡсатында дүрт тапҡыр осрашты. Яңыраҡ Венгрия “Газпром” менән ҙур проектҡа ҡушылыу тураһында килешеү төҙөнө, бынан тыш уның “Пакш” атом электр станцияһын төҙөү тураһында ла беҙҙең ил менән миллиард долларлыҡ контракты бар.Рәсәй президенты һәм Виктор Орбан дзюдо буйынса донъя чемпионатын асыу тантанаһында ла ҡатнашты.
- Төнъяҡ Корея сираттағы баллистик ракета осорғас Япония премьер-министры Синдзо Абэ ашығыс кәңәшмә үткәрҙе. Унда килеп тыуған хәл тикшерелгән. Ракета Япония өҫтөнән үткән. Синдзо Абэ Ҡушма Штаттар президенты Дональд Трампҡа шылтыратып Пхеньяндың сираттағы аҙымы тураһында һөйләгән. Япония һәм Америка Төнъяҡ Кореяға баҫымды көсәйтергә һәм был йәһәттән Рәсәй һәм Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте киңәйтергә һөйләшеп килешкән.
- Хабаровскийҙа пассажирҙарҙы мыҫҡыл иткән таксистар эштән ҡыуылған. Улар бушлай йөрөргә яратҡан ике ҡыҙҙы тотоп йәшел шыйыҡса менән биттәрен йыуырға мәжбүр иткән. Такси хеҙмәте водителдәр менән килешеүҙең ғәмәлдән сығарылыуы тураһында хәбәр иткән. Асыҡланыуынса, рәсәйҙең төрлө ҡалаларында бушлай йөрөргә яратҡан пассажирҙарға ҡаршы тап шул йәшел шыйыҡса ҡулланыла икән.
- Американың бер штаты тулыһынса һыу аҫтына китә. “Харви” дауылы сәбәпле Техаста хәл үтә лә киҫкен булып ҡала. Ямғыр туҡтамай. Американың нефткә бай штатында әле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Мәктәптәр ябылған, транспорт хәрәкәте туҡтаған, аэропорттар эшләмәй. Хакимиәттәр 30 мең кешене эвакуацияларға йыйына. Бөгөн штатҡа Америка президенты Дональд Трамп килергә тейеш.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре