Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә тос өлөш

Тулыраҡ: Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә тос өлөш

Өфөләге Кузнецов затоны биҫтәһендә төҙөлгән йорттар республикала торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә етди этәргес бирә ала. Был хаҡта бөгөн социаль торлаҡ төҙөлөшө менән танышҡанда республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Геологтар һәм Бородинская урамдары киҫелешендә сафҡа индерелгән йорттар Башҡортостан етәкселегенең айырым иғтибарында. Программа сиктәрендә төҙөлгән обьекттар ысын мәғәнәһендә был йүнәлештәге етди аҙым. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренә ҡарағанда, төҙөлөш билдәләнгән ваҡытта бойомға ашырылған. Был биҫтәлә тапшырылған фатирҙарҙың дөйөм майҙаны күләме бәләкәй түгел. Ул ун ике мең ярым квадрат метр самаһы. Кузнецов затоны микрорайонындағы күп ҡатлы йорттар хәҙер яңы фатир хужаларын көтә. Биналар тейешле экспертиза үткән. Уларҙы файҙаланыу өсөн рөхсәт ҡағыҙҙары тупланмаһы махсус инстанциялар тарафынан раҫланған. Башҡортостанда авария хәлендәге торлаҡта йәшәгән граждандарҙы фатир менән тәьмин итеү буйынса адреслы программа республикалағы иң ҙур проекттар иҫәбенән. Уның хаҡы 14 миллиард 300 миллион һум самаһы. Урындағы бюджеттар, ә проектҡа 52 муниципаль берәмек ҡушылған, миллиард туғыҙ йөҙ милион һум бүлһә, Башҡортостан дөйөм сығымдарҙың 6 миллиард 700 миллион һумын ала. Ҡалған иғәнәне иһә торлаҡ-комумналь хужалыҡ фонды түләргә тейеш. Кузнецов затоны миҫалы тотош республика өсөн өлгө була ала. Программа сиктәрендә әле Яңауыл, Иглин, Мәләүездә күп фатирлы йорттар төҙөлә. Был торлаҡ комплекстары киләһе йыл аҙағында сафҡа индереләсәк.