Башҡортостанда яңы уҡыу йылы, алдан хәбәр ителгәнсә, 4 сентябрь түгел, 1 сентябрьҙә башлана. Был хәбәрҙе ҡала хакимиәтендә лә раҫланылар. Быйыл сентябрҙең тәүге көнө мосолмандар өсөн изге булған-Ҡорбан байрамына тура килә. Башҡортостанда ул ял көнө тип иғлан ителгән. Шуға ла тәүҙәрәк Белем көнөн 4 сентябрға күсерергә ҡарар ителгәйне. Әммә республиканың мәғариф министрлығы тантаналы линейкаларҙы 1 сентябрҙа үткәрергә тәҡдим итте.
Башҡортостанда яңы уҡыу йылы 1 сентябрь башлана
Тулыраҡ: Башҡортостанда яңы уҡыу йылы 1 сентябрь башлана