Башҡортостандың ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығы республиканың 865 мәктәбендә асыҡланған етешһеҙлектәрҙе яңы уҡыу йылы башланғансы бөтөрөргә ҡушты. Ведомство белгестәре әйтеүенсә, күп осраҡта белем биреү усаҡтары ашханаларында ҡағиҙәләр теүәл үтәлмәй. Һалынған штраф суммалары ла йөҙҙәрсә мең һум менән иҫәпләнә. Суд органдары ошо арала тағы ла 14 эште тикшерергә тейеш. Административ документтар арҡаһында мәктәптәрҙе бер ни тиклем ваҡытҡа ябыуҙары ла ихтимал. Өфөнөң 110-сы мәктәбе. Бында тулыһынса ремонт эшләнгән. Яҡты кластар бөгөндән уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер.Белем биреү йорттарында балаларҙы бер сменала уҡытыу өсөн, мәктәп етәкселәре алдында бинаны реконструкциялап бүлмәләр һанын арттырыу маҡсаты ла ҡуйылған. Был йәһәттән дә 110-сы мәктәп үҙ юлын тапҡан.Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы ҡуйған талаптарға ярашлы, парталарҙың остары түңәрәкләнгән, ә яҡтылыҡ һәр балаға тейешенсә бүленергә тейеш.Талаптар буйынса, кластағы һәр балаға 2 ярым квадрат метр тәғәйенләнә. Тик ҡыҙғанысҡа күрә бар мәктәптәрҙең дә бындай мөмкинлеге юҡ.Республика мәктәптәрендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең теүәл үтәлешенә лә етди иғтибар ибрелә. Өфөлә уҡыу йорттарына был йәһәттән дә иҫкәртеүҙәр булмаған. Дөйөм алғанда, мәктәптәрҙең торошо яҡшы тип билдәләнгән, ә ваҡ етешһеҙлектәрҙе беренсе сентябргә тиклем бөтөрөргә ваҡыт бирелгән.
Мәктәптәр балаларҙы ҡабул итергә әҙерме?
Тулыраҡ: Мәктәптәр балаларҙы ҡабул итергә әҙерме?