Һәр хәлдә көйәрмәндәр юлаевсыларҙың тәүге уйындарынан һуң шундай фекер белдерә.«Салауат Юлаев» Пекиндың «Куньлунь Ред Стар» командаһы менән өйҙәге серияла өсөнсө матчты уйнаны. Осрашыу 1:2 иҫәбе менән тамамланды – икенсе шайбаны һуңғы минутта ҡытайҙар индерҙе.Пекин командаһы яңыраҡ ҡына ойошторолһа ла, данлы традициялы “Салауат Юлаев” командаһы баҙап ҡалды. Шулай итеп, рәттән икенсе еңелеү. Көйәрмәндәр яңы тренер Эркка Вестерлундтан еңеүҙәр көтә. Киләһе уйынын да юлаевсылар үҙ майҙанында үткәрә. 31 августа Өфөгә "Сочи" клубы килә.
Егеттәр аптырата
Тулыраҡ: Егеттәр аптырата