2 миллион һумын елгә осорған хужа

Тулыраҡ: 2 миллион һумын елгә осорған хужа

Өфө районында суд приставтары кирбестән төҙөлә башлаған өйҙө һүтеп ташларға ҡарар сығарған. Былтыр ноябрь айында уҡ законһыҙ төҙөлә башлаған был йортто хужаһына алып ташларға ҡарар сығаралар. Тик ни өсөн йорт хужаһы төҙөлөш эштәрен дауам итә һәм был йортто ниндәй маҡсат менән һала. Ҡыйығын ғына ҡапларға ҡалған был өйҙө суд приставтары һүтеп ташларға ҡарар сығарған. Асыҡланыуынса, өй хужаһы законһыҙ рәүештә буш торған урынға ике йыл элек йорт һала башлаған. Йорт хужаһы был 700 квадрат метрлыҡ өйҙө әсәйем өсөн һалдым тип үҙен аҡлаһа ла, документтарҙа билдәләнеүенсә, өй бер кешелек итеп тәғәйенләнеп төҙөлмәгән. Әйткәндәй, Рафаэль Насиҡов өй нигеҙен былтыр ноябрь айында үк һүтергә тейеш булған. Әммә күп тыйыуҙарға ҡарамай, төҙөлөштө дауам иткән. Хужа үҙ аҡсаһына трактор саҡыртып өйҙө һүтеүҙән тыш, ҡалған кирбестәрҙе йыйырға һәм ерҙе тигеҙләп ҡуйырға бурыслы. Уның һүҙҙәре буйынса, был өйҙө төҙөй башлауға ғына ике миллион һумға яҡын аҡса киткән.