Благовещенск ҡалаһы янында 42 гектарҙа сүп-сар полигоны төҙөй башлағандар. Әлегә ике гектарҙа ағас ҡырҡылған. Был хаҡта халыҡҡа әйтеп тә тормағандар. Урындағы депутат Сергей Жуков яңы объектҡа ҡырҡа ҡаршы. Ҡаланың үҙ полигоны бар, ни өсөн яңыһы төҙөлә, уныһы билдәһеҙ. Буласаҡ полигон урынында ҡырҡылған ағастарҙан урында уҡ бура бурап һаталар. Әммә майҙанды әҙерләүсе ойошма, бура уларҙыҡы түгел икәнлеген иҫбатларға маташа. Ҡасандыр йүкәлек булған урын хәҙер төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә. Полигонды төҙөү өсөн яуаплы “Регион капитал” ойошмаһы вәкилдәре бөтә эштәр ҙә закон сиктәрендә башҡарылыуын белдерә. Ә ҡырҡылған ағастар иһә Благовещенск районына тапшырыласаҡ тип ышандыра.Экологтар яңы полигон төҙөлөшө законһыҙ башҡарыла тигән фекерҙә. Сөнки буласаҡ сүплек әлегә дәүләт экологик экспертизаһын үтмәгән. Әлеге көндә республикала 5 тиҫтәгә яҡын ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны һәм ике мең ярым сүплек иҫәпләнә. Әлбиттә, былар бары тик рәсми ҡағыҙҙарҙа теркәлгән һандар. Ә ысынбарлыҡта уларҙың һаны күпкә айырыла. Сөнки бәләкәй ауылдар янындағы ҡыйлыҡтар майҙаны йылдан-йыл арта бара. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 2017 йылда сүплектәргә бәйле проблема хәл ителә башлаясаҡ тип белдергәйне. Тәүлек эсендә Өфөлә генә 9 мең кубометрҙан ашыу сүп-сар сығарыла. Тик экологтар әйтеүенсә, сүп-сар һәр ваҡытта ла кәрәкле сүплеккә барып етмәй, ә юл буйҙарында, урмандарҙа ятып серей. Улар был мәсьәләгә етди иғтибар бирергә саҡыра.
Благовещен районында яңы полигон
Тулыраҡ: Благовещен районында яңы полигон