Быйылғы уҡыу йылында Башҡортостанда өс мәктәп һәм алты балалар баҡсаһы асыла

Тулыраҡ: Быйылғы уҡыу йылында Башҡортостанда өс мәктәп һәм алты балалар баҡсаһы асыла

Объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу республикаға өҫтәмә 2 мең 500 уҡыу урыны һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында меңләгән урын булдырырға ярҙам итәсәк. Өфөлә 1 сентябрҙә заманса ике мәктәп сафҡа индерелә. Ул – Дим районында 850 урынлыҡ 161-се лицей һәм «Колгуев» биҫтәһендә 550 урынлыҡ мәктәп. Республикала төҙөлгән иң ҙур мәғариф объекты – Нуғай ауылында 1 мең 250 урынлыҡ мәктәп – йыл аҙағына яҡыныраҡ уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк.Бүздәк, Ғафури, Дәүләкән, Яңауыл, Тәтешле һәм Учалы райондарында яңы балалар баҡсалары асыласаҡ. Уларҙы төҙөү «Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект» программаһы сиктәрендә алып барылды һәм бер нисә муниципалитеттың мәктәпкәсә учреждениеларында сиратты тулыһынса бөтөрөргә ярҙам итте.