Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Төҙөүселәр Ҡырым күперенең тимер юл аркаһын проектта билдәләнгән бейеклеккә-диңгеҙ кимәленән 35 метрға күтәрҙе. Был эш яҡынса 12 сәғәт дауам итте. Сентябрь дауамында аркала монтаж эштәре башҡарыла, һуңынан ул терәүҙәргә ултыртыласаҡ.
  • Ҡурд хәрби бүлексәләре “Ислам дәүләте” төркөмсәһендә һуғышҡан бер-нисә кешене ҡулға алған. Уларҙың Таль-Афара ҡалаһы янында һуғыш барған яландан ҡасҡан булыуы ихтимал. Ғыйраҡ ғәскәрҙәре һәм ҡурдтар Мосул ҡалаһынан 50 саҡырымда урынлашҡан Таль-Афара ҡалаһын террорсыларҙан азат итеүҙе үткән аҙнала башлағайны. Ул террорсыларҙың һуңғы бастионы булараҡ билдәле.
  • Америка менән Рәсәй мөнәсәбәттәре яҡшырасаҡ. Ҡушма Штаттар президенты Дональд Трамп был хаҡта Финляндия президенты Саули Нийнисте менән үткәргән берлектәге матбуғат конференцияһында белдергән. “Мин Рәсәй менән яҡшы мөнәсәбәттәр урынлашыуға ышанам һәм был турала асыҡтан-асыҡ әйтәм. Был бик мөһим, сөнки Рәсәй ҙур һәм ҡеүәтле ил, шуға ла мин дуҫтарса мөнәсәбәттәр яҡлы”- тигән Дональд Трамп.
  • “Харви” дауылынан 15 кеше һәләк булған. Техаста енәйәтселек артыуға борсолоу белдерәләр. Һыу баҫҡан биләмәләрҙә йорттарға төшөү осраҡтары артҡан. Шуға ла хакимиәттәр комендант сәғәте индергән. Штаттың Кросби ҡалаһында химия заводында һыуытыу системаһы боҙолған һәм уның шартлау хәүефе бар. Ширҡәт янында йәшәүселәр ашығыс рәүештә имен урындарға күсенә. Дауылдан күрелгән зыян кәм тигәндә лә 50 миллиард долларға баһалана.