Мәктәп һәм мәктәпкәсә учреждениелар янындағы урамдар ныҡлы күҙәтеүгә алынды

Тулыраҡ: Мәктәп һәм мәктәпкәсә учреждениелар янындағы урамдар ныҡлы күҙәтеүгә алынды

Яңы уҡыу йылы алдынан Башҡортостандың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәктәп һәм мәктәпкәсә учреждениелар янындағы урамдарҙы ныҡлы күҙәтеүгә алды.Әгәр юлдар билдәләнгән нормаға тап килмәй икән, башҡарма власть органдарына һәм вазифалы кешеләргә күрһәтмәләр бирелә. Юл инспекторҙары водителдәргә мөрәжәғәт итеп, мәктәп һәм балалар баҡсалары янында тиҙлекте кәметергә саҡыра.