Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!

Тулыраҡ: Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!

Республикала 1 июлдә иғлин ителгән «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» хәйриә акцияһы тамамланды. Баш ҡалала һәм райондарҙа бәләкәстәргә тип әҙерләнгән бүләктәрҙе тапшырыу тантаналары үтте. Беҙҙең ижади төркөм шундай байрамдарҙың береһендә булып, бәләкәстәрҙең һәм ата-әсәләрҙең ҡыуанысын уртаҡлашты. «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» акцияһы республикала етенсе йыл рәттән үткәрелә. Унда ҙур ойошма-предприятиеларҙан алып, ябай кешеләргә тиклем теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ярҙам, әлбиттә,һиҙелерлек. Быйылғы акцияға әлегә йомғаҡ яһалмаған, ә былтыр, мәҫәлән, сараны ойоштороусылар 7,5 млн һум аҡса йыйып, 5 меңдән ашыу уҡыусыны мәктәпкә әҙерләүгә үҙ өлөшөн индергән. Акцияның һөҙөмтәһе - күмәк балалы, аҙ тәьмин ителгән, тулы булмаған, тормошта ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙең, шулай уҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар тәрбиәләгән атай-әсәйҙәрҙең, етемдәрҙең яңы уҡыу йылына йыйыныу мәшәҡәттәрен еңеләйтеү. Мәктәпкә әҙерлектең айырылғыһыҙ тағы ла бер этабы – балала сәләмәтлегенә ҡарата яуаплылыҡ тәрбиәләү, ти байрамды ойоштороусыларҙың береһе –кардиология үҙәге табиптары. Дөрөҫ туҡланыуға, хәрәкәт итеүгә, гигиенаға бәйле һорауҙарҙың барыһына ла яуап биреп, бәләкәстәр үҙҙеренең мәктәпкә ысынлап та әҙер булыуҙарын күрһәтте, ә Өфө футбол клубы спортсылары менән берлектә һауыҡтырыу гимнастикаһын рәхәтләнеп башҡарыуҙары – уларҙың сәләмәтлеге күрһәткесе. Мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән ата-әсәләр өсөн быйыл бәләкәстәренең беренсе класҡа уҡырға барыуы бигерәк тә тулҡынландырғыс. Портфель үҙе үк күҙҙе ҡыҙҙырырлыҡ, ә эсе бихисап матур, яңы һәм кәрәкле әйберҙәр менән туп-тулы.Бала күңелен үҫтереү өсөн күп тә кәрәк түгел – ғаиләлә һәм йәмғиәттә уның мәсьәләләренә ҡарата иғтибар һәм тормошонда ҡатнашлыҡ. Шул ваҡытта кәйефтәр ҙә шәп, аҙымдар ҙа ҡыйыу.