Корея ярымутрауындағы мәсьәләне тыныс юл менән хәл итеү өсөн Пхеньян, Сеул һәм Вашингтон яуаплы. Был хаҡта Ҡытайҙың сит ил эштәре министрлығынан белдергәндәр. Быға тиклем Бөйөк Британия премьеры Тереза Мей Пхеньянға баҫым яһауҙа Ҡытайҙы ғәйпләгәйне. Төнъяҡ Корея иһә баллистик ракеталар ососроуын дауам итә.
Испанияла меңләгән турист кастель, йәғни, кешеләрҙән ҡорам төҙөү буйынса ярыш ҡарарға килгән. Тере башнялар төҙөү традицияһы Испанияла быуаттар дауамында һаҡланып килә һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ исемлегенә индерелгән.
Бразилияла Сан-Паулу һәм Рио-де-Жанейро ҡалаларын тоташтырыусы юлда бер юлы 36 машина бәрелешкән. 2 кеше һәләк булған, 20 кеше тән йәрәхәттәр алған. Шаһиттар аварияға урман янғынын сәбәпсе тип хәбәр итә. Ҡуйы ҡара төтөндә водителдәр бер-береһен күрмәгән. 2 йөк машинаһы һәм 14 еңел автомобиль тулыһынса янып бөткән.
Быйыл хаж ҡылыусылар үткән йылдарға ҡарағанда күберәк. Шаршамбы ғына Мәккәгә 2 миллион мосолман килгән. Илдә именлек саралары көсәйтелгән. Сәғүд Ғәрәбстаны бынан ике йыл элек булған фажиғә ҡабатланмаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгән. Хажиҙар өсөн эҫелек төп һынауға әйләнгән. Әле Сәғүд Ғәрәбстанында 40 градус эҫе. Изге йоланы үтәргә килеүселәрҙең сәләмәтлеген 30 мең табип даими тикшереп тора.