Кушнаренко районында йәшәүсе йүнселдәр быны һүҙҙә түгел эш менән раҫлай. Улар Европа илдәрендә киң ҡулланылған Апийорт эшләп бында кешеләрҙе төрлө сирҙән дауалау ысулын тапҡан. Зилә Ғәрипова күршеләре төҙөп ултыртҡан апийортта даими ҡунаҡ. Бында бал ҡорттары мине танып та бөткән, тип шаярта оло йәштәге ханым. Ул гипертония, йоҡоһоҙлоҡ менән интегеп дауа тапмағас Европа тәжрибәһен үҙендә һынап ҡарарға була.Йортто ағас солярий тип атарға ла мөмкин. Ул тулыһынса йүкәнән эшләнгән, шунлыҡтан да бында тын алыуы еңел, ә урындыҡ аҫтындағы умарталарҙан сыҡҡан бал еҫе тын юлы һәм йөрәк ауырыуҙарын дауаларға һәләтле.Ятҡан кешене бал ҡорттарынан махсус селтәр һаҡлай. Ә бына урмарта янында барлыҡҡа килгән прополис парҙары тәүге процедурала уҡ организмдағы зарарлы микробтарҙы юҡ итә, тип фаразлай халыҡ медицинаһын үҙләштереүсе. Ә умартала гөжләп торған тауыш кешенең нерв системаһын дауалай. Иммунитетты нығытыу өсөн кәм тигәндә лә 10 процедура үтергә кәрәк.Апийорт эсендә кешеләрҙе дауаларға ярҙам иткән бал ҡорттары үҙҙәренең төп эшен дә онотмай.Бал ҡорто медицинаһы бының менән генә тамамланмай, Зөһрә Муллаянова нескә билдең ағыуы ла кеше өсөн файҙалы тигән фекерҙә. Быуындар һыҙлағанда уны ҡорттан саҡтырып дауалай.булмаған дауа артынан Кушнаренко районына йәй айҙарында йөҙгә яҡын кеше килә, хатта сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар йыйыла икән. Быйыл Германия профессорҙары булып һоҡланып ҡайтҡан. 3 сәғәтлек процедура хаҡының 450 һум тороуын иҫәпкә алғанда ауыл ерендә был ярайһы ғына яҡшы килем сығанағы ла.
Башҡортостан бал ҡорттары дауаларға ла һәләтле
Тулыраҡ: Башҡортостан бал ҡорттары дауаларға ла һәләтле