Стәрлетамаҡ театры ижад миҙгелен асырға йыйына

Тулыраҡ: Стәрлетамаҡ театры ижад миҙгелен асырға йыйына

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театры коллективы үҙенең сираттағы миҙгелен асырға әҙерләнә.28 сентябрҙә тамашасыларҙы яңы спектаклдең премьераһы көтә. Ул “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекты сиктәрендә ҡуйыласаҡ. Бөйөк шәхесебеҙ Мостай Кәримдең “Өс таған” повесына нигеҙләнгән спектаклде сәхнәгә Мәскәү ҡалаһынан саҡырылған, йәш талантлы режиссер Антон Федоров ҡуя. Әйткәндәй, ул үҙе лә сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.