Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдәге ҙур спорт форумына әҙерләнә

Тулыраҡ: Башҡортостан халыҡ-ара кимәлдәге ҙур спорт форумына әҙерләнә

Икенсе һәм өсөнсө сентябрҙә Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында “Ҡанатлы ат” Бөтә Рәсәй йылҡы йылҡы фестивале һәм “Башҡортостан-Финляндия” халыҡ-ара чемпионаты уҙа. Салауат Юлаев, генерал Шайморатов кубоктарына ат сабыштары, Граф Орлов һәм Чемпиондар Кубогы өсөн турнирҙа иң яҡшы юртаҡтарҙы күрергә мөмкин. Быйылғы сараның тағы бер үҙенсәлеге – был юлы Башҡортостандағы бөтә тоҡом йылҡылар күргәҙмәһе. Ойоштороусолар тамашасылар өсөн тағы бер бүләк әҙерләгән. “Аҡбуҙат” ипподромында “ылаҡ” милил уйыны күрһәтеләсәк. Мисәүләп егелгән башҡорт тоҡомло аттар сабышы, ат биатлоны хатат йылҡы һөтөнән ҡымыҙ эшләү фермаһы – быларҙың бараһы ла икенсе һәм өсөнсө сентябрҙә Өфөлә күрһәтелә.