Һыу аҫтында ҡалған Өфө

Тулыраҡ: Һыу аҫтында ҡалған Өфө

Өфөлә кисәге көслө ямғыр ваҡытында бер кеше һәләк булды. Фажиғәле хәл Рәсәй урамында теркәлә. Шул уҡ ваҡытта әле баш ҡалала тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре дауам итә. Зыян күләме әлегә билдәһеҙ, шулай ҙа юғалтыуҙар миллиондарса һум менән баһаланасағы көн кеүек асыҡ. Бер-нисә сәғәт туҡтауһыҙ яуған ямғыр арҡаһында Өфө урамдары йылғаға әүрелде. Йәйәүлеләр түгел, хатта автомобилдәр ҙә көслө ағымға ҡаршы тора алмай. Интернет селтәрендә тулған видеолар ахыр заманды хәтерләтә. Был кадрҙар ҙа Өфө урамдарының береһендә төшөрөлгән. Ике кеше колясканы юл аша сығара алмайынса аяҡтан йығыла. Ярҙамға водителдәр ашыға. 2 сәғәт эсендә 115 миллиметр ямғыр яуа. Был ике айлыҡ норма, һөҙөмтәлә ҡала коммуникациялары һыуҙы ҡабул итеп өлгөрмәйенсә, ташҡын биналарға ағылды. Был видео Росреестрҙарҙа төшөрөлгән. Түбәнге ҡатта урынлашҡан учреждениены бер-нисә минут эсендә баҫып ала. Халыҡ тәҙрә аша сығырға мәжбүр була. Тәбиғәт ғәрәсәте ҡорбандарһыҙ үтмәй, Рәсәй урамында көслө ағым ир кешене аяҡтан йыға, һәм ағыҙып алып китә. Ул иҫен юғалтып һыуҙа тонсоға. Йөҙәрләгән автомобиль, техника, зыян күләме миллиондарса һум менән баһалана. Добролюбов һәм Пархоменко урамдарында ике йортто тулыһынса һыу баҫты, унда йәшәүселәр хәүефһеҙ урынға күсерелгән, ҡотҡарыу хеҙмәттәре төн буйына көсәйтелгән режимда эшләне. Синоптиктар әйтеүҙәренсә төп стихия Өфөгә ябрылған. Артабан болаттар төнъяҡ-көнбайышҡа юллана. Башҡаланың Совет, Октябрь һәм Киров райондары айырыуса зыян күргән. Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов билдәләүенсә, ҡала коммуникацялары ташҡынға ҡаршы тора алырлыҡ түгел ине. Бер-нисә сәғәт эсенда бер айлыҡ яуым-төшөм нормаһын Өфө һуңғы 150 йылда тәүге тапҡыр күҙәтә. Белгестәр бындай тәбиғәт ғәрәсәтен экология үҙгәреше менән бәйләһә, синоптиктар һауа торошона бәйле яңы көтөлмәгән хәлдәргә әҙер булырға саҡыра. Алдағы бер-нисә көндә метеорологтар ямғырҙарҙың ҡабатланыуын вәғәҙәләй.