Игенселәргә был миҙгел нимә менән янай?

Тулыраҡ: Игенселәргә был миҙгел нимә менән янай?

Башҡортостан аграрийҙары өсөн ауыр көндәр килә. Ямғырҙар арҡаһында уңыш юғалтыу етмәгән, уға өҫтәп Рәсәй баҙарында игенгә хаҡ кинәт төштө. Үткән аҙнала бойҙайҙың 3-сө һәм 4-се классына Волга буйы федераль округында хаҡ 10 процент тирәһенә кәмене.

Кушнаренко баҫыуҙарында үҫкән уңышты булһа ла юғалтыуһыҙ йыйып алыр өсөн комбайндар ураҡты туҡтатмай. Район быйылғы ямғыҙар арҡаһында иң ҙур зыян күргән төбәк. Хужалыҡтарға килем тураһында уйларға ла тура килмәй. Сәсеү, эшкәртеүгә киткән сығымдарҙың булһа ла ҡапланырына өмөт итә аграрийҙар.

Ике ай буйына дауам иткән ямғыр һыуҙарынан ер туйынып, баҫыуҙарҙың уйпат урындары күләүеккә әйләнде. Июнь – июль айҙарында яуым төшөм нормаһы 267 процентҡа еткән, йәғни йылдағынан 2 ярым тапҡырға күберәк яуған.

Әле районда юғалтыуҙарҙы иҫәпләйҙәр, 5 мең 200 гектар майҙанда үҫентеләр бөтөнләй шытмаған. Ә был 68 миллион һум аҡса юҡҡа сыҡҡан тигән һүҙ. Республика буйынса 37 районда оҡшаш хәл күҙәтелә, туҡтауһыҙ ямғырҙар һәм йәй уртаһында бер нисә район аша үткән боҙборсаҡ йөҙәрсә миллион һумлыҡ зыян килтерҙе. Шулай ҙа дөйөм алғанда уңыш былтырғынан күберәк булырға тейеш, кәмендә 3 миллион тонна иген ырҙынға оҙатылыр тип көтөлә.

Кушнаренко аграрийҙары тәбиғәттең быйылғы көтөлмәгән бүләгенән яҡшы һығымта ла яһай алған. алдағы йылдарҙа ужымға күберәк майҙандар бүлергә ниәтләй игенселәр.

Быйыл Рәсәй буйынса уңыштың яҡшы булыуы ла республикала игенселек менән шөғөлләнгән аграрийҙар хәлен ҡатмарлаштыра. Рәсәй хөкүмәте иген интервенцияһынан баш тартты. Шулай ҙа сентябрҙә дәүләт ауыл эшселәренән уңыштың бер өлөшөн һатып алыр тип көтөлә.