Инвалид ҡыҙ-малайҙар мәктәп программаһын дистанцион рәүештә үҙләштерә. 10 йәшлек Рунель дүртенсе класта уҡый. Йәй дауамында онотолоп киткән дәрестәрҙе хәҙер иҫкә төшөрәм, мине яңы үрҙәргә әйҙәгән, көн һайын яңы асыштар яһарға ярҙам иткән уҡытыусыларымды һағындым, ти уҡыусы. Тырыш малай дәрестән буш ваҡытын да юҡҡа сарыф итмәй. Тарихи китаптар уҡый, музыка менән ҡыҙыҡһына. Ә иң яратҡан шөғөлөм – төрлө ил тәңкәләрен йыйыу, ти ул. Ғәҙәти уҡыу программаһындағы кеүек үк бында ла уҡыусыларҙың эшенә баһа ҡуйыла, өйгә эштәр ҙә бирелә. Төп фәндәрҙән уҡытыусылар йортҡа килеп уҡыта, ти Рунелдең әсәһе. Дистанцион белем алған уҡыусылар үҙҙәренең тырышлығы, белемгә ынтылыуы, бер дәресте лә сәбәпһеҙ ҡалдырмаҫҡа тырышыуҙары менән айырылып тора, ти уҡытыусылар. Өфөләге мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы йортта уҡытыу үҙәге, 13-сө мәктәп нигеҙендә, 2009-сы йылдан эшләп килә. Һуңғы ике йылда республиканың алты районында алты бүлексә асылған. Бында уҡыусылар тейешенсә белем алһын өсөн бар шарттар ҙа булдырылған. Балаларҙың үҙенсәлектәрен, диагноздарын иҫәпкә алып, һәр уҡыусы махсус ҡоролма менән тәъмин ителә. Ошондай клавиатуралар тома һуҡырҙар өсөн булһа, быныһы хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгәндәргә тәғәйенләнгән. Махсус комплекттарҙың береһе 600 мең һум самаһы. 800-ҙән ашыу уҡытыусы, көн һайын уҡыусыларҙы белем тауына әйҙәй. Йыл һайын уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтиханын тик юғары балдарға тапшыра, ти директор урынбаҫары. Әлеге көндә үҙәктә төрлө райондарҙан барлығы 500-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. Дистанцион рәүештә уҡыған балалар мәктәп программаһын тамамлағандан һуң, уҡыуҙарын юғары уҡыу йорттарында ла дауам итә.
Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә белем алыу миҙгеле башланды
Тулыраҡ: Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә белем алыу миҙгеле башланды