Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Пхеньяндың континенталь-ара баллистик ракетаһы һаныуҙарына яуап итеп Көньяҡ Корея “ер-ер” класындағы баллистик ракета һәм Ф-15 истребитель-бомбардировщиктар ҡулланып күнекмәләр үткәргән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 сентябрҙә Төньяҡ Корея водород бомбаһын уңышлы һынағанын хәбәр итте. Уның ҡеүәте былтырғы шартлауҙарға ҡарағанда 5-6 тапҡырға көслөрәк.

Төркиәлә энтровирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың һаны артҡан. Был турала Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығы Бөтә Рәсәй страховкалау берләшмәһе йыйылышында хәбәр итте. Ошоға бәйле территориаль органдарға Рәсәй туристары менән консультация үткәреү мөһимлеген һәм туроператорҙарҙан зыян күргәндәргә хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү кәрәклеген иҫкәртә.

Ә Бөйөк Британияла Е гепатитын йоҡтороусылар күбәйгән. Илдең һаулыҡ һаҡлау министрлығы 200 меңгә яҡын зарарланыусы барлығы тураһында хәбәр итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был вирус Британияға сусҡа итенән эшләнгән продукттар менән индерелгән.

Португалияла авиаслалом буйынса донъя чемпионаты үтте. Ҡатнашыусылар 20 метрлыҡ бейеклектәге ҡапҡаларҙан төҙөлгән дистанцияны тиҙерәк һәм дөрөҫ үтергә тейеш. Самолеттарҙың тиҙлеге сәғәтенә 400 км-ҙан ашып китә. Ә ҡапҡаларҙың киңлеге самолеттың ҡанаттары хәтлем генә. Быйыл иң етеҙе — чех пилоты Мартин Сонка булып сыҡты. Ә канаданан Пет Макклеод унан секундтың йөҙҙән бер өлөшөнә генә һуңғараҡ килгән. Быға тиклем һауалағы ярыштар Рәсәйҙә Ҡазан ҡалаһында үткәйне.