Башҡорт телевидениеһы йондоҙо

Тулыраҡ: Башҡорт телевидениеһы йондоҙо

Республика башлығы ҡулынан юғары награда алыусылар араһында хеҙмәттәшебеҙ, «Рәсәй-Башҡортостан“ телеканалыных алып барыусыһы Флүрә Ишбулат ҡыҙы Мурзина ла бар. Ул Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды. Башҡортостан телевидениеһының алмаштырғыһыҙ һәм көслө дикторы Флүрә Ишбулат ҡыҙы Мурзинаны хеҙмәттәштәребеҙ менән һәр көн студияға ошо һүҙҙәр менән оҙатабыҙ. Телевизор ҡараусылар менән бер рәттән үҙебеҙ ҙә көндөҙгө өс тула егерме минуттан Рәсәй-Башҡортостан каналында башланған башҡортса хәбәрҙәр сығарылышын көтөп алабыҙ. Сығарылышты аҙағынаса йотлоғоп тыңлайбыҙ. Ул тауыш, ул тел... Тәжрибәле дикторҙың һәр әйткән һүҙе күңелгә үтеп инә. Телевизор ҡараусылар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, ваҡиғалар уртаһына барып эләгә. Оҫталыҡтың сере — тотонған һәр эште мөмкин тиклем юғары кимәлдә башҡарыуға ынтылыш, яуаплылыҡ һәм ныҡышмал хеҙмәт. Саф һәм таҙа башҡорт телендә һәр телевизор ҡараусының күҙҙәренә бағып, Башҡортостан хәбәрҙәрен еткергән ваҡытта һәр һүҙенең хаҡлығын белеп, һәр мәғлүмәтте йөрәге аша үткәреп, артабан тапшырыуы —  абруйлы дикторҙың башҡарған эшен тағы ла мәртәбәлерәк итә. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған химик, бәйге шарттарын үтәп телевидениеға эшкә алына. Флүрә Ишбулат ҡыҙына төрлө тапшырыуҙарҙы алып барыуҙы ышанып тапшыралар. Олег Ханов менән бергә "Мадам батерфляй" фильмында уйнай, төп ролде башҡара. Күңеле яҡты кешенең эше лә яҡшы бара, тиҙәр. Яуаплылығығы, ғәҙеллеге һәм әҙәплелеге менән йәмғиәттә абруй ҡаҙанған шәхес —  беҙ — йәш журналистар өсөн дә бөтә яҡлап өлгө һәм баһалап бөткөһөҙ тәжрибә, ә уны бихисап йыллап белгәндәр өсөн һоҡланыу сығанағы. Изге күңелле лә хеҙмәттәшебеҙ. Тыуған ауылы — Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылында мәсет асыуға ул бик күп көс һалды, яҡташтары өсөн иман йортон булдырыуға бөтә күңелен һалып тырышты. Яҡындары — туғандары, дуҫтары ла был изге аҙымға дәррәү ҡушылды. Ихлас кеше булараҡ, Флүрә Ишбулат ҡыҙын ғүмер юлында һәр ваҡыт тик ихлас кешеләр оҙата килә. Шундайҙарҙың береһе — тормош иптәше — Вадим Һаҙый улы.Бер эфирын да ҡалдырмай, яҡын кешеһенә үҫеүгә һәм оҫталығын шымартыуға шарттар тыуҙырыусы. 20 йылдан ашыу ваҡытты үҙ эсенә алған, тап ул яҙҙырып һаҡлаған видеоархив – ошоға дәлил. Был кассеталарҙа 94-се йылдан алып бөгөнгәсә бөтә республиканың тарихы һаҡлана, тиһәк бер ҙә хата булмаҫ. Флүрә Ишбулат ҡыҙының һәр эфиры ғына түгел, хатта ошо арауыҡта уның менән бергә эшләгән хәбәрселәрҙең дә репортаждары бар. Күҙ алдына килтереүе лә ауыр: ошо кассеталарҙа һәм дисктарҙа 5 мең сәғәтлек мәғлүмәт тупланған. Бөгөн иһә, хеҙмәттәшебеҙ, күптәребеҙҙең остазы, бихисап телевизор ҡараусының кумиры — Флүрә Ишбулат ҡыҙының хеҙмәте Рәсәй кимәлендә лә лайыҡлы баһаһын алды. Һәр маҡтау һүҙен хеҙмәттәшебеҙ уртаҡ хеҙмәт емеше, тотошлай телеканалдың эшенең күрһәткесе, тип ҡабул итеүен йәшермәй. Рәсәй-Башҡортостан каналының биҙәге, милли тапшырыуҙар редакцияһының алмаштырғыһыҙ, оҫта, күркәм алып барыусыһы — хеҙмәттәшебеҙ Флүрә Ишбулат ҡыҙы Мурзинаны беҙ ҙә лайыҡлы исем алыуы менән ҡотлайбыҙ, яңы үрҙәр, сәләмәтлек теләйбеҙ һәм тағы ла оҙаҡ йылдар бергә-бергә эшләргә ниәтебеҙ барлығын белдерәбеҙ. Берҙәмлектә — көс, берҙәм булғанда, тырышлыҡ лайыҡлы баһаланғанда эш тә гөрләй, йөрәктәр ҙә дөрләй!