Быйылғы йыл мәғариф өлкәһендә яңы башланғыстар һәм фекерҙәргә бай булды. Мәҫәлән, мәктәптәрҙә мотлаҡ икенсе сит тел уҡытыла башланы. Бынан тыш, уҡытыу программаһына астрономия фәне индерелде. Яңы дәрестәрҙе уҡыусылар һәм уҡытыусылар нисек ҡабул иткән? 101-се Иҡтисадты ентекләп өйрәнеү мәктәбендә икенсе сит тел тип Ҡытай телен һайлағандар. Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар ошондай ҡарарға килгән. Уҡыусыларҙың 52 проценты ла был телде өйрәнергә теләк белдергән. Шуға күрә, Ҡытайҙа белемен камиллаштырып ҡайтҡан Лариса Әхмәҙиеваны эшкә саҡырғандар. Был класс егет һәм ҡыҙҙарының барыһы ла Ҡытай телен өйрәнергә теләп, ғариза яҙған. Хәҙер, улар тел аша Ҡытай менән яҡындан таныша. Ҡытай телен хәрефтәрҙән түгел, ә өндәрҙән өйрәнә башлайҙар. Унда беҙҙең өсөн ғәҙәти алфавит юҡ. Һәр бер билдә төрлө аңлатма ла биреүе мөмкин. Ә 10-сы кластар йыһан киңлектәре менән таныша. Быйылдан барлыҡ мәктәптәрҙә лә астрономия фәне индерелде. Дәрес уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ә уҡытыусылар был фәндең киренән уҡытыу программаһына ҡайтарылыуына ҡыуанып етә алмай. Әммә, яңы индерелгән сит телде һәм күптән билдәле астрономия дәрестәрен уҡытыуҙа бер аҙ ҡатмарлыҡтар бар. Әгәр, һуңғыһын интернет әсбаптар менән уҡыһалар, ҡытай телен уҡытыусының тәжрибәһенә, белеменә һәм ойоштороу һәләтенә ҡарап өйрәнәләр. Әлегә мәктәп китапханаларында ҡытай теле һәм астрономия фәндәре буйынса китаптар юҡ. Мәғариф учреждениелары әсбаптарҙы алыу тураһында килешеү төҙөгән, ошо көндәрҙә улар ҡайтарыласаҡ тип көтөлә. Кәштәләрҙә Йәмғиәтте өйрәнеү, математика, инглиз теле буйынса китаптар һаҡлана. Быйылдан Мәғариф тармағында тағы ла бер-нисә үҙгәреш бар. Мәҫәлән, 9 кластан һуң рус теле буйынса имтиханына телдән яуап биреү өлөшө индерелә. Уҡытыусыларҙың да белемен тикшереп ҡараясаҡтар. Был уҡыу йылынан 5-9 класс уҡыусылары робототехника буйынса түңәрәккә йөрөй ала. Шулай уҡ, мәктәптәрҙә психологтар штаты арттырыла. Ул балалар араһында үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыу осраҡтары артыуы менән бәйле. Бындай үҙгәрештәрҙең барыһы ла яҡшы күренеш, әлбиттә. Тик быйылдан башҡорт телен уҡытыуҙарын теләһәң мәктәпкә барып ғариза яҙырға кәрәк. Быны эшләмәһәң, уҡытылмай. Ил етәксеклеге ошо турала ҡарар итте. Әйткәндәй, ғаризаны 10-сы сентябргә тиклем тапшырып өлгөрөргә кәрәк. Тыуған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләһе буйынса Башҡортостандың мәғариф министрлығы ошо көндәрҙә ҡыҙыу элемтә лә ойоштора. Уның һандары менән ведомствоның рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Ҡытай телен өйрәнеү мотлаҡмы?
Тулыраҡ: Ҡытай телен өйрәнеү мотлаҡмы?